Яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү күптән килгән күркәм йола икәнлеген ҡабатлап тороу кәрәкмәй – йәшәгән мөхиттең таҙа булыуы зарур. Был сарала республика халҡы йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән 9 апрелдә башланған өмәләр 21 майға тиклем дауам итә.
Өфө ҡалаһы уртаҡ тырышлыҡ менән таҙалыҡ йәһәтенән бар талаптарға яуап бирә кеүек: урамдарҙа, парктарҙа сүп-сар күрмәҫһең. Мәҫәлән, үткән аҙнала баш ҡалала ойошторолған сираттағы өмәлә генә 26 мең кеше ҡатнашҡан, 560 техника берәмеге ҡулланылған, 2800 кубометр сүп-сар йыйылған, ҡаты ҡалдыҡтар полигонына 22 рейс яһалған.
Республиканың ҡала-райондарында ла эш гөрләй. Әлшәй һәм Благовещен райондарында тирә-яҡты тәртипкә килтереү, йәшелләндереү саралары рәсми тамамланһа, ҡалған төбәктәрҙә 21 майға тиклем осорҙо тулыһынса файҙаланмаҡсылар.
Халыҡтың яратҡан ял итеү урындарының береһе – "Асылыкүл" тәбиғәт паркында ла экологик акция ойошторолған. Әйткәндәй, парк йыл әйләнәһенә проблемалы биләмә булып ҡала: тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау мәсьәләһенә халыҡ, ғәҙәттә, ҙур битарафлыҡ күрһәтә һәм ял итеү урынын сүп-сар ояһына әүерелдерә.
Ҡырмыҫҡалылар, яҙғы өмәлә әүҙем ҡатнашыу менән бер рәттән, "Ағас ултырт" акцияһын да ойошторҙо. Район үҙәгенән алыҫ түгел, Түбәнге Төкөн ауылы эргәһендә тәбиғәткә ҡарата битараф булмаған 300-ҙән ашыу кеше 30 мең тирәһе ҡарағай үҫентеһен ултыртты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, төрлө ойошма, предприятие вәкилдәре бар.
Дөйөм күрһәткестәргә килгәндә, 9 апрелдән алып республика буйынса 200 мең тоннаға яҡын сүп-сар йыйып түгелгән, 327 мең төп ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылған, бер миллиондан ашыу квадрат метр юл япмаһы ремонтланған.
Г. РӘСҮЛЕВА.