26 октябрҙә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондтын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм был документ ҡул ҡуйылған көндән үк көсөнә инде.
Уға ярашлы, Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡҡа илдәге халыҡтарҙың туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу бурысы йөкмәтелә.
Указда, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тип әйтелгән. Президенттың был ҡарары илдең этник, мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы ваҡытта федераль кимәлдә был йәһәттән күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, августа Владимир Путин уҡыусыларҙың мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса хоҡуғын яҡлау тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны, ул төбәктәрҙә ҙур яҡлау алды. Әлеге фонд киләһе йылдан эшләй башлар тип көтөлә. Уның сығымдарын файҙаланыу киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ рәүештә алып барылырға тейеш. Ойошманың попечителлек советына һәм идаралығына төрлө этностарҙың мәнфәғәтен яҡлаған абруйлы кешеләрҙең инеүе лә мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Фонд федераль бюджеттан аҡса бүлеү, ирекле иғәнәләр, ярҙам һәм башҡа сығаҡтар иҫәбенә тулыландырыласаҡ. Указға ярашлы, ведомство-учреждениеларға өс ай эсендә Фондтың уставын раҫларға ҡушыла. Рәсәй Хөкүмәте алдында уның идаралыҡ итеүсе составын һәм попечителдәр советын, Фондҡа тапшырыласаҡ мөлкәттең исемлеген әҙерләү йөкмәтелгән.