Бишбүләк районында йыл һайын район биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереү конкурсы иғлан ителә.
Быйыл биш ауыл биләмәһе бәйгегә материалдар тәҡдим итте. Ошо көндәрҙә район комиссияһы сараға йомғаҡ яһаны. Ҡатнашыусылар шишмәне ҡоймалау, уға илткән юлды төҙөкләндереү, ял урындары ойоштороу, аншлагтар ҡуйыу кеүек күрһәткестәр буйынса баһаланды. Һыу ятҡылыҡтарын бөтә ауыл менән төҙөкләндерҙеләр. Берәүҙәр төҙөлөш материалдары менән, икенселәре аҡсалата ярҙам күрһәтте, өсөнсөләре иһә өмәгә сыҡты.
Һөҙөмтәләр буйынса беренсе урын Варман пусси шишмәһе өсөн Баҙлыҡ ауыл Советына, икенсе урын Пандо Лисьма шишмәһе өсөн Каменки ауыл Советына бирелде. Өсөнсө урынға Федор шишмәһе өсөн Ерекле ауыл Советы лайыҡ булды.