Еңеүселәргә — “Серафимовка ҡош мамығы” һәм “Башҡорт ҡаҙы” предприятиеларынан бүләк!16.05.2012
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Әлеге ваҡытта матбуғат донъяһында иң ҡыҙыу мәл — икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Кем дә кем “Башҡортостан”дан бүләк оторға теләй, рәхим итегеҙ!
Конкурс шарттары ябай. Тиҙ арала гәзиттең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылып, редакцияға квитанцияның күсермәһен ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса белешмә, телефон һандарын, ә конверт тышына “Серафимовская пушинка” тип яҙығыҙ. Еңеүселәр лототрон ярҙамында асыҡланасаҡ. Бүләктәр һанаулы ғына. Акция май аҙағына тиклем дауам итә. Ә инде 20 майға тиклем осһоҙораҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.
Ашығығыҙ!


Вернуться назад