Мәркәздә лә башҡорт булып ҡалыу еңелме?!.30.10.2018

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙҙең зиһен байлығы – Башҡортостанға бүләк.

Мәскәү ҡалаларын матур тиҙәр,
Ҡыҙыҡтыра Ҡыҙыл майҙаны.
Беҙ Мәскәүҙән файҙа табырбыҙмы?
Мәскәү күрә беҙҙән файҙаны!..
– тип яҙғайным байтаҡ йылдар элек бер шиғырымда. Хәйер, заманалар үҙгәрә, яңы быуын үҫеп сыҡты, улар Мәскәүҙә үҙен бик ышаныслы һәм ирекле тота, тип уйлаған саҡтар ҙа булды, ундағы йәштәрҙең эшмәкәрлеген электрон мәғлүмәт сараларынан күҙәтеп барып.


Халыҡтар дуҫлығы тантана итте

Мәскәүҙә бөгөн башҡорттар бик күп йәшәй, элегерәк кенә милләттәштәребеҙ бында һирәгерәк килгән. “2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтер, моғайын, әммә, минең иҫәпләүемсә, бөгөн баш ҡалала 50 меңдән ашыу башҡорт булырға тейеш!” – тине Һарытауҙағы милләттәшебеҙ, хәрби фәндәр кандидаты Миңлеғәле ағай Әхмәтов.

Шулай булыуы бик ихтимал. Нимә генә тимә, урамда йөрөгәндә лә әленән-әле тегендә-бында башҡорт телмәре ишетелеп ҡала. Йәштәребеҙ ҙә күп бит хәҙер бында. Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы эшмәкәрлеге, йәштәрҙе бергә туплап, даими саралар ойоштороп тороуы ғына ни тора! Шуға күрә Мәскәүҙең милләттәр йортонда уҙасаҡ Башҡортостаныбыҙҙың төп байрамына – Республика көнөнә – арналған сарала мәркәздә эшләгән, белем алған, үҙен тапҡан күп милләттәшебеҙ менән осрашасағыма һис шикләнмәнем.


Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡара­мағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ойошторғайны был байрам концертын. Баш ҡаланың иң ҙур залдарының береһе булмаһа ла, сараға халыҡ бик күп йыйылды. Энә төшөрлөк тә урын булманы тиерлек, хатта йәшерәктәр, һуңлабыраҡ килгәндәр байрамды баҫып ҡараны.

Сараны драматург, артист Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакл­дән “Илһам” театры әҙерләгән. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссер, театрҙың художество етәксеһе – Мәҙинә Илһа­мова. Был уларҙың тәүге әҫәре түгел: М. Бу­ранғоловтың “Шәүрәкәй”, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, Ә. Атнабаевтың “Әсә хөкөмө”, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Т. Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” һәм башҡа бихисап пьесаны сәхнә­ләш­тергәндәр. Артистарҙың барыһы ла – Башҡортостандан сыҡҡан егет-ҡыҙҙар, студенттар.


Республика көнө менән тәбрик итергә “Төрөк йәмә­ғәтселеге” төрөк мәҙәниәте һәм Рәсәй-Төркиә мөнәсә­бәттәре, дуҫлығы ойошмаһы етәксеһе Йософ Шен килгәйне. Ул тамашасыларҙы олуғ тантана уңайынан тәбрикләп, был көндөң Башҡортостан өсөн иң ҙур милли байрамдарҙың береһе икәнен әйтте. Ысынлап та шулай, беҙ, тарихыбыҙға тәрән хөрмәт менән ҡараған кешеләр булараҡ, милләтебеҙҙең һәр заманда үҙбилдәләнешкә ынтылышын юғары баһалайбыҙ.

“Донъя йәмәғәтселеге лидерҙары” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы рәйесе Лариса Горчакова шулай уҡ Башҡортостан байрамының Мәскәүҙә билдәләнеүен юғары баһаланы, сараны ойоштороуға булышлыҡ иткән милләт вәкилдәренә маҡтау һүҙҙәрен әйтте. Ошо уҡ ойошманың Сербиялағы вәкиллеге етәксеһе Илиана Медич билдәләүенсә, һәр халыҡ үҙенең милли байрамын киң майҙанда үткәреүгә хоҡуҡлы. “Беҙҙең ҡала ҡатындары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Зинаида Майорова СССР кеүек ҙур, ҡеүәтле илдә тыуып үҫеүен, унда халыҡтар дуҫлығы ысын мәғәнәһендә тантана иткәнен һоҡланып бәйән итте һәм тамашасыларға шиғыр юлдары бүләк итте.


Сәнғәт донъяһында

Байрам концертын республикабыҙҙа уҙған байтаҡ конкурс лауреаттары Луиза һәм Арсен Кирәевтәр “Башҡортостан – күңелемдә” йыры менән асып ебәрҙе. Уны Ырымбур ҡыҙы, “Сәсән” ойошмаһы етәксеһе Әлфиә Әһиева ижад иткән. Был тантаналы йырҙы башҡарғанда һәр кем тыуған республикаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырғандыр, моғайын. Рената Бәҙәмшина ла Әлфиә ижад иткән “Уралыма сәләм” йырын башҡарҙы. Афарин! Филүзә Байғаҙаҡова үҙе яҙған “Башҡортостан” йыры аша тыуған еренә оло һөйөүен белдерҙе.

Наталья Усова ла “Өфө хаҡында йыр”ҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙған. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Шаһмөхәмәтов етәкселегендәге Росгвардия оркестры был кистә “Мысырҙағы төн”, “Кейек ҡаҙҙар” моңон бүләк итте. Сығышы менән Башҡортос­тандан булған Мәликә Розакова Урал Рәшитовтың “Тыуған яҡ” йырын башҡарғанда, уға залдағылар ҙа дәррәү ҡушылды.

Бейеүсе ҡыҙҙар ҙа һоҡландырҙы. Шулай инде, ҡайҙа барһаң да һәләтең үҙеңдән ҡалмай. Гөлкәй Хәлиуллина башҡарыуындағы “Заһиҙә” бейе­үен үҙ итте тамашасы. Денис Илсынов Салауат Ни­заметдиновтың “Ашығамын” йыры менән һөйөндөрҙө.

Байрамдарҙы башҡорт халыҡ моңонан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Фәүриә Сәйәхованың “Сыбай ҡашҡа” йыры сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ошо уҡ мотивты дауам итеп, Башҡортостандың сәхнә оҫтаһы, йырсы Харис Шәрипов “Элмәлек” менән тамашасы­ларҙың алҡыштарына күмелде. Әйткәндәй, уны Мәскәүҙә күреп, аптырап киттем. Баҡтиһәң, халыҡ йырҙарын башҡарыусы милләттәшебеҙгә үҙебеҙҙә эш юҡ икән, исемдәр ҙә уны урап үткән. “Бында килеп һаҡ ойошмаһына урынлашҡайным, хеҙмәт хаҡы ла юғарыраҡ, йырым да кәрәгерәк булып сыҡты”, – тине ул...


Луиза Кәримованың “Йүрүҙән”, Арсен Кәримовтың “Ҡайтып киләм тыуған яҡтарыма” йырҙары – барыһы ла Башҡортостанға ҡарата һөйөү, мөхәббәт менән һуғарылғайны. Зәбиҙә Хажиеваның “Ҡумыҙ сыңы” бейеүен Башҡортостан тамашасыһы ла “Байыҡ” телевизион бейеү фестивалендә күргән булған. Ҡайһылай милли рухтағы бейеү һалған Сулпан Асҡарова!

Ринат Хәбиров менән гәзит уҡыусыларыбыҙ таныш: ул – киң билдәле “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө ағзаһы. Был юлы “Азамат” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, күңелдәрҙе моңға сорнаны. “Аманат” ансамбле милли көйҙәрҙән попурри менән байрамды биҙәне. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты Салауат Зәйнетдиновты Башҡортостан Яҙыусылар союзынан ҡәләмдәштәр менән бергә мәркәзгә оҙатып ҡалғайныҡ. Ул бында бейеүгә лә ылыҡҡан икән. Зәйнетдиновтар булһын да, бейемәһендәр, ти! “Ирәндек бөркөтө”н башҡарғанда, ул сәхнәгә генә һыймай, бына-бына залға осоп төшөр төҫлө ине. Бейеү бейеү менән, әммә әҙәбиәтте лә онотмаһын ине Салауат! Уларҙы бит махсус рәүештә башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә сығарыр тәржемәселәр әҙерләй торған төркөмгә ҡабул иттеләр. Тәржемә бит ул – үҙе ҙур сәнғәт донъяһы!

Ата-бабабыҙҙан ҡалған ер

Тамашаның аҙағында үҙен халыҡ-ара кимәлдә танытҡан “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле сәхнәгә сыҡты. Милли этник кейемдәге был ҡыҙҙарҙы донъяның ҡайһы ғына төбәгендә күрмәйҙәр! Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған милләт­тәштәребеҙ, яҡташтарыбыҙ исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә, сәйәси золом ҡорбандарын хәтергә алыу көнө ойоштора. “Әруахтар һамағы”, “Уралым”, “Баҫа-баҫа” йырҙарын интернет селтәре аша беҙҙең дә тыңлағаныбыҙ бар, әммә ҡыҙҙарҙың ихласлығы, йәнле тауышы һәр саҡ йәнә арбай.

Төркиәлә төшөрөлгән “Әруахтар һамағы” хаҡында айырым әйтеп китәйем. Уның шиғырын билдәле шағирә Эльмира Сәсәнбаева уҙған быуаттың 90-сы йылдарында яҙһа ла, ундағы һүҙҙәр һаман да көнүҙәк булып ҡала. “Аҡ тирмә”нең етәксеһе Гөлсинә Батыршина фольклор төркөмөн заманында Стәрлетамаҡта ойошторғайны. Унда ла ошо әҫәрҙе сәхнәгә алып сығып, ап-аҡ кейемдә әруахтарҙың вариҫтарына доға ҡылыуҙы һынландырған ул. Һәм бына йылдар үтеү менән ошо изге башланғысы киңерәк майҙанда тормошҡа ашҡан. “Әруахтар һамағы”н Башҡортос­тандағы тамашасылар ҙа күрергә тейеш! Уны урындағы каналдар аша халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә кәрәк.

Сараны актриса Айгөл Йосопова менән Тулы хоҡуҡлы вәкиллектең киң йәмәғәтселек һәм яҡташтар менән эш буйынса бүлек етәксеһе Азат Ғәфүров алып барҙы. Киләсәктә байрам сценарийында Башҡортостан тарихына ла ҙур иғтибар бүленер тигән теләктә ҡалам.

Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы хаҡында алдан әйтеп киткәйнем инде. Азат Бадранов етәкселек иткән был ойошма 2010 йылда бул­дырылғайны. Төп маҡсаты – ҡайҙа белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, Башҡортостандан сыҡҡан йәштәрҙе, тыуған еренә кәрәкле белгестәр икәнен танып, кире ҡайтарыу, уларҙың бар аҡыл-зиһен байлыҡтарын ғәзиз Ватанына бүләк итеүенә булышлыҡ ҡылыу.

Эйе, Мәскәүҙә башҡорттар бик күп, барыһы ла тырыш, уңған, талантлы. Әммә мәркәз уларҙы ҡолас киреп ҡаршы алған икән тип уйларға ярамай. Күпме ижади төркөмдәрҙе беләм, хатта үрҙә һанап үтелгәндәрен генә алғанда ла, барыһы ла шәхси идеяларға, сығымдарға таянып эшләй. Уларға ла ярҙам кәрәк. Башҡортостандағы һуңғы сәйәси үҙгәрештәр мәркәздәге йәштәребеҙгә лә ыңғай йоғонто яһар, тип өмөт итәйек. Ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт милләте өсөн һыйыныр төбәк, ышыҡ булыр урын, ата-бабабыҙҙан ҡалған ер – ул Башҡортостан, Урал йөрәге.


Вернуться назад