Яңы мөғжизәле донъя30.10.2018
Үҙәк ҡала китапханаһында әленән-әле ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, фәһемле саралар үтеп тора. Күптән түгел бында балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр өсөн “Башҡорт әҙәбиәте донъяһына сәйәхәт” тип аталған дәрес үтте.
Уның барышында бәләкәстәр З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән балалар баҫмалары менән танышты. Башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән йыйынтыҡтар кескәйҙәрҙе сағыу һүрәттәре, бай йөкмәткеһе менән йәлеп итте. Улар Гүзәл Ситдиҡованың “Бала саҡ планетаһы”, “Машина ниңә “дүрт-дүрт” ти?”, Әлфинур Вахитованың “Дуҫлыҡ утрауы”, Рәшит Заһиҙуллиндың “Ҡояш көлгән һайын”, Айрат Солтанғәлиевтең “Изге күңелле шүрәле” китаптарын яратып, ҡат-ҡат ҡараны. Фирҙәүес Хисаметдинованың “Бәләкәстәр өсөн башҡорт теле” әсбабы ла балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ундағы аңлайышлы алымдар кескәйҙәргә башҡорт телен еңел үҙләштерергә ярҙам итә. Шулай уҡ сара барышында “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Әллүки” журналдары менән танышыу ҙа ойошторолдо.
Китапхана дәресендә балалар үҙҙәре өсөн яңы булған мөғжизәле китаптар донъяһын асты.