Чиновниктарҙың хаталарына төртөп күрһәтә30.10.2018
Үткән аҙнала “Галерея АРТ” үҙәгендә рәссам, карикатурист Камил Буҙыҡаевтың шәхси күргәҙмәһе асылғайны. Кисә уның эштәрен Башҡортостандың Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килеп ҡараны.

– Һүрәттәрҙең күбеһен Интернет селтәрендә күргәнем бар. Һәр береһе менән килешәм тип әйтә алмайым, әммә автор – ирекле рәссам, һәм уның республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡаны көн кеүек асыҡ. Рәсәй менән Башҡортостан хаҡында һүҙ алып барғанда, сәйәси сатира күренеше юғалғайны. Республикала ул тап Камилдың ижады аша яңынан тыуа, – тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе көн ҡаҙағына һуғырлыҡ һүрәттәрҙең чиновниктарҙың хаталарына төртөп күрһәтеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта улар араһында намыҫлы, ғәҙел кешеләр ҙә барлығын әйтте һәм бындай сәйәсмәндәр киләсәктә рәссам картиналарында яҡшы яҡтан күренер, тип теләк белдерҙе.
Камил Буҙыҡаев – һәләтле скульптор, рәссам һәм карикатурист. Уны ниндәйҙер кимәлдә рәссам-журналист тип йөрөтәләр, сөнки теге йәки был хәл-ваҡиғаны тиҙ генә ҡәләме аша асып бирә, үткер социаль темаларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә карикатуралар өлгөртә.


Вернуться назад