Ҡыйыуҙарға – наградалар30.10.2018
Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡыйыулыҡ та, йылдамлыҡ та, көсөргәнешле хәл тыуғанда берҙән-бер дөрөҫ юлды билдәләү һәләте лә бик мөһим.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы медиктарының тап ошо сифаттары һөҙөмтәһендә кешеләрҙең янғында һәләк булыуына юл ҡуйылманы.

Быйыл апрель айында дауахананың акушерлыҡ-гинекология корпусында янғын сыға. Уйланырға ваҡыт булмай. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүәккәллек күрһәтеп, хәл иткес аҙымға бара: янғындың хәүефле зонаһынан пациенттарҙы сығарыуҙы тиҙ арала ойоштора, 213 кешене, шул иҫәптән 54 сабыйҙы, эвакуациялай. Янғын һүндереү подразделениелары тарафынан йәнә 25 кеше башҡа медицина учреждениеларына күсерелә.

Үпкәһе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған яңы ғына донъяға килгән сабыйҙарҙы, ауырлы ҡатындарҙы төрлө корпустарға күсереүҙең ни тиклем ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Дауахана хеҙмәткәрҙәренең ҡыйыулығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш­ҡортостан буйынса баш идаралығы һәм Өфө янғындан ҡотҡарыу гарнизоны подразделениелары хеҙмәткәрҙәренең уйлап, дөрөҫ эш итеүе һөҙөмтәһендә фажиғәле хәлгә юл ҡуйылманы.


Ошо көндәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт генерал-майо­ры Марат Латипов дауахананың ҡыйыу медиктарына “Янғындағы батырлығы өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.

Ғәҙәттән тыш хәлдә лә юғалып ҡалмаған, ғүмер һағында уяу торған тәүәккәл аҡ халатлыларҙы лайыҡлы наградалар менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Улар: реаниматолог Ринат Нагаев, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты, медбрат Әлфир Ситдиҡов, реаниматолог Илнур Хущамов, шәфҡәт туташтары Регина Хущамова һәм Гүзәл Сөләймәнова. Ә “Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн” миҙалы менән дауа­хананың баш табибы урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиева һәм акушерка Мәүлиҙә Хөснуллина наградланды.


Вернуться назад