Ауыл ғаиләләре хаҡында хәстәрлек16.05.2012
Учалы районы хакимиәтендә “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программа буйынса таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте.
Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әҙип Ҡарамышев социаль өлкәлә һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләгән биш йәш ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында документтар тапшырҙы, тип хәбәр итә мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
— Ауыл хужалығын һәм ауылды үҫтереү — бөгөн республика, район етәкселеге эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш, — тине Әҙип Ҡарамышев. — Былтыр ошо программаға ярашлы 14 ғаиләгә 9 миллион һумдан ашыу күләмдә субсидия бирелде. Ауыл өсөн һәр йәш ғаилә бик мөһим, шуға күрә бындай ярҙам артабан да күрһәтеләсәк.
Субсидия алып, үҙ торлағына эйә булғандар араһында Уральск ауылынан Абдрахмановтар ғаиләһе лә бар. Ғаилә башлығы Салауат “Байрамғол” агрофирмаһында инженер булып эшләй. Ҡатыны Гүзәл менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Ғаилә сиратҡа 2010 йылда баҫҡан. Алдан уҡ ер участкаһы алып, йорт һала башлағандар.
Ә. ҒӘЛИЕВ.


Вернуться назад