Бала ҡыуанысынан да оло бәхет юҡ, ти Шәмсетдиновтар.
Ҡамышлытамаҡ – районда төҙөк, күркәм ауылдарҙың береһе. Тау башында үҙенсәлекле архитектураһы менән тораҡты йәмләп ултырған мәсете, урта мәктәбе, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Тик әлегә ФАП-тың ишеге йоҙаҡлы, сөнки фельдшер Себер тарафтарына эшкә киткән, алмашҡа кем килере әлегә билдәһеҙ, тиҙәр.
Ҡамышлытамаҡтың иркен, тып-тын, кеше әҫәре күренмәгән урамдарынан Шәмсетдиновтар йортон эҙләп табыу еңел булманы. Халыҡ йорттарҙы ҙур итеп, заманса уңайлыҡтар менән һалырға тырыша. Ҡапҡа-ҡоймалар береһенән-береһе матурыраҡ, һәр ҡайһыһы сәнғәт өлгөһө тиерлек. Бер уңайҙан, ҡамышлытамаҡтарҙың тормош шарттарын, көҙгө моңһоу, бушап ҡалған баҡсаларын, таҙа юлдары һәм ихаталарын күҙ уңынан үткәреп, һығымта яһайбыҙ: баҡалылар – егәрле, сәмле халыҡ, колхоздарҙың юҡҡа сығыуына ҡарамаҫтан, ойошоп йәшәй белә, күрәһең.
Беҙҙе Шәмсетдиновтарҙың оло быуын вәкиле Хәтимә инәй барыһынан да алда әйҙүкләп ҡаршы алды. Күрешеп һөйләшкән арала уның ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйәлеген, заманында, ғаилә подрядтары “модала” саҡта, комбайнер ярҙамсыһы булғанын, аҙаҡ медпунктта эшләгәнен белдек. Улы Зәлир ҙә механизатор атаһына ярҙамға йыш йөрөгән. Хәҙер инде йорт хужаһының хеҙмәт урыны Себер тарафтарында. “Бына ун йыл инде Нефтеюганск ҡалаһына вахта менән йөрөп эшләй, – ти ҡатыны Гөлшат. – Унда һәйбәт түләнгәс, үҙебеҙҙә эш урыны таба алмағас, ир-аттың яртыһы шулай аҡса таба”.
Баҡһаң, Шәмсетдиновтарҙың яҡын туған-тыумасаһы араһынан ғына ла алты кеше хәҙер Себерҙә. Гөлшат хужалыҡ мәшәҡәттәрен, мал-тыуар тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Хәтимә инәй әйтмешләй, хәҙер ҡосаҡлап утын ташыу, мейес яғып өй йылытыу эштәре юҡ инде, һыу ҙа йорт эсендә, теләгәнсә тотон.
Бынан дүрт йыл элек Зәлир менән Гөлшат, үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, приюттан берәй ҡыҙ баланы тәрбиәгә алмаҡ була. Оло йортто йәмләп, күңелле тауыштарға күмеп, бала-саға йүгерешеп уйнаһа, татыу ғаиләнең бәхете лә артыр һымаҡ тойола. Тик хыялланған ҡыҙсыҡ урынына Шәмсетдиновтарға Никита һәм Женя исемле малайҙарға атай-әсәй булырға тура килә.
– Тәүҙә балалар менән танышырға барҙыҡ. Бәләкәйенә биш кенә йәш ине. Ҡунаҡҡа алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Иртәгәһенә йәнә приютҡа илтергә тейеш инек. Женя “өйгә ҡайтҡым килә” тип, тәрбиәселәрҙе аптыратып бөткән. Машина ялланым да приютҡа, балалар эргәһенә киттем, – тип хәтерләй ул көсөргәнешле көндәрҙе Гөлшат. – Документ әҙерләү оҙаҡҡараҡ һуҙылды, әммә барыһын да түҙемлек менән йырып сыҡтыҡ.
Өҫтәл өҫтө малайҙарҙың яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, ата-әсәгә тапшырылған Почет грамоталары менән тулған. Балаларҙың үтенесе буйынса өйҙә йәнә бер йән эйәһе артҡан. Һиҙеп тораһығыҙҙыр: һәр кемде әүрәтерлек йомшаҡ, иркә бесәй балаһы.
Шәмсетдиновтар малайҙарҙы хеҙмәткә күнектереп, йорт эштәренә өйрәтеп үҫтереү яҡлы. “Келәмдәрҙе саң һурҙырғыс менән таҙартырға, һауыт-һаба йыуырға, туҙан һөртөргә өйрәнеү ҙә тормошта кәрәк булыуы бар”, – ти Гөлшат. Ул әле лә күңелендә йөрөткән хыялының ҡасан да булһа тормошҡа ашасағына ышана, юҡҡа ғына малайҙары “әсәй, ниңә беҙҙең һеңлебеҙ юҡ?” тип йыш һорамай бит.