Иң йәш районға — 35 йыл16.05.2012
Өфөнөң Октябрь районы — Башҡортостандың баш ҡалаһындағы ете райондың иң йәше. Ул үҙенең 35 йыллығын билдәләй.
Ошо иҫтәлекле датаға арналған юбилей кисәһенә район халҡын ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде.
Азамат Илембәтов республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Төбәк башлығының тәбрикләү һүҙҙәрендә район халҡына рәхмәт, шулай уҡ изге йолаларҙың дауам итәсәгенә ышаныс белдерелә. Хөкүмәт Премьер-министры алдынғыларға наградалар тапшырҙы.
Юбилей кисәһен байрам концерты дауам итте.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад