Комсомолға – 100 йыл29.10.2018
Бөгөн Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр союзының 100 йыллығы билдәләнә. Комсомол 1991 йылдың көҙөндә тарҡалһа ла, күптәребеҙҙең йәшлеге ошо ойошма менән бәйле. 73 йыл эсендә ВЛКСМ сафында 200 миллионға яҡын кеше булған.

Комсомолдың 100 йыллығы айҡанлы Туймазы районында йәштәр йәмәғәт хәрәкәте слеты үтте. Унда элекке комсомол хәрәкәте ветерандары саҡырылды.

Әле район биләмәһендә эшләгән 15 йәштәр йәмәғәт берекмәһенә дүрт меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Район йәштәре экологик акцияларҙа, эҙәрмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, ирекмәндәр ветерандарға тормошта ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә булышлыҡ күрһәтә, балаларға һәм үҫмерҙәргә тәүге медицина ярҙамы алымдарын өйрәтә.

Слет күрһәтеүенсә, Туймазы уҡыусылары һәм студенттары белем алып ҡына ҡалмай, спорт, мәҙәни ял, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән дә ҡыҙыҡһына. Совет осорондағы комсомол секретарҙары балалар һәм йәштәр берекмәләре үҫешендәге ыңғай алға китеште билдәләне, балаларға маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа яңынан-яңы еңеүҙәр теләне.


Вернуться назад