Ҡулға алынған “нелегал” автобустар һаны асыҡланды29.10.2018
Республиканың баш ҡалаһында рөхсәтһеҙ пассажир ташыу менән шөғөлләнгән 20-гә яҡын автобус ҡулға алынды, тип хәбәр итте төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.

– 22 октябрҙә әүҙем тикшереү саралары башланды. 23 октябрҙә 1,1 меңдән ашыу автобус маршрутҡа сыҡманы. Әле ҡулға алынған транспорт саралары һаны ике тиҫтәгә яҡынлаша. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк, – тине комитет рәйесе.

Уның әйтеүенсә, баш ҡалабыҙҙа 1 300-гә яҡын “нелегал” автобус иҫәпләнә.

– Транспорт сараһы тикшереүселәр ҡулына беренсе тапҡыр эләккәндә 300 мең һум штраф һалына. Әгәр ошо уҡ автобус маршрутҡа ҡайтанан сыҡһа, уны бер айға ҡулға алыу, тағы ла бер ай штраф туҡталҡаһында тотоу вәкәләте бар, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.





Вернуться назад