Амур ХӘБИБУЛЛИН: “Силәбеләге башҡорт балалары туған телен өйрәнәсәк”29.10.2018
Силәбе өлкәһенең Мәғариф министрлығында өлкә мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә арналған видеоконференция ойошторолдо. Сарала төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығының башланғыс, төп һәм урта белем биреү идаралығы начальнигы Елена Тюрина, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибулин, Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рауил Асатуллин ҡатнашты. Кәңәшмәгә онлайн тәртибендә мәғариф өлкәһендә идараны тормошҡа ашырған урындағы үҙидара органдары белгестәре ҡушылды.

Хәтерегеҙҙәлер, Башҡортостандың Силәбеләге вәкиллеге һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы Силәбе мәктәптәрендә башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү мәсьәләһен былтыр күтәргәйне. Был тәҡдим төбәк губернаторы Борис Дубровскийҙа хуплау тапты. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу советы ултырышында Борис Александрович бер генә бала башҡорт телен өйрәнергә теләк белдерә икән, беҙ, тейешле шарттар тыуҙырып, был мөмкинлекте тәьмин итергә тейешбеҙ, тип белдерҙе.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Силәбе өлкәһендә 161 668 башҡорт йәшәй, шуларҙың 90 645-е туған телен яҡшы белә.


Вернуться назад