Күргәҙмәлә – Башҡортостандың 100 йыллыҡ үҫеш дәүере29.10.2018
Башҡортостандың Милли музейында “Башҡортостан Республикаһының үҫеш дәүерҙәре. 100 йыл” һәм “Башҡортостан Республикаһының архив хеҙмәтенә – 100” күргәҙмәләре асылды.

Документтарҙа ХХ быуатта үҙ дәүләтселеген булдырған башҡорт этносының үҫеше сағылдырыла. Шуларҙың иң мөһимдәре – 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Совет автономиялы республикаһы тураһындағы төҙөгән килешеүе, 1921–1922 йылдарҙағы аслыҡҡа ҡаршы көрәш хаҡындағы документтар, автономия төҙөү инициаторҙарының, тәүге Хөкүмәт составының фотолары.

Күргәҙмә шулай уҡ һуғыштан һуңғы биш йыллыҡтар тарихын сағылдыра. Тап ошо осорҙа Башҡортостан күп тармаҡлы иҡтисадҡа эйә булған республикаға әүерелгән. 1970–1980 йылдарҙағы БАССР-ҙың иҡтисади һәм мәҙәни ҡеүәте үҫешен үҙ эсенә алған мәғлүмәттәр ҙә байтаҡ.

Республикабыҙҙың башҡа төбәктәр менән бәйләнешен сағылдырғандары ла күп. Бында шулай уҡ үҙгәртеп ҡороу осорондағы, 2000 йылдарҙағы әһәмиәтле ваҡиғалар яҡтыртылған архив документтары ла бар.



Вернуться назад