Бындай проекттар күберәк булһын16.05.2012
Мәләүез районындағы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында 4-се майҙансыҡтың икенсе сираты эшләй башланы. Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.
Әле комплекста 176 меңдән ашыу ҡош аҫрала. Проект 2007 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. 2009 йылда комплекста күркә ите етештереү яйға һалынды. Йыл һайын хужалыҡ 6 345 тонна күркә ите сығара.
— Был — ауыл хужалығында уңышлы тормошҡа ашырылған иң перспективалы проекттарҙың береһе, — тине тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. — Республика кимәлендәге бындай проекттар күберәк булырға тейеш.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов производствоның юғары социаль әһәмиәтен билдәләне. Ул яңы эш урындары булдырыуға, район инфраструктураһын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Ҡошсолоҡ комплексы тәбиғәтте һаҡлау сараларына 365 миллион һум аҡса һалған. Етештереү мәҙәниәтенә лә ҡараш бөтөнләй башҡа.
Яңы аҙбарҙарҙы сафҡа индереү һөҙөмтәһендә диетик ит етештереү күләме лә икеләтә тиерлек артасаҡ. Киләһе ике йылда төҙөлөш тамамланып, комплекс тулы етештереү ҡеүәтенә сығырға тейеш. 2014 йылда ҡошсолоҡ хужалығы 30 тонна күркә ите сығарасаҡ. Бында инкубатор, ҡош үҫтереү участкалары урынлашасаҡ. Әле хужалыҡта ҡатнаш аҙыҡ, һуйыу һәм тәрән эшкәртеү цехтары бар.
Инкубатор 112 800 күркә йомортҡаһына иҫәпләнә. Бер тәүлеклек себештәр үҫтереү цехына оҙатыла.
Былтыр предприятие ҡыйынлыҡ кисерә ине, әммә республика етәкселеге ярҙамы менән улар еңеп сығылды, бөгөн икенсе линия эш башланы.
Быйыл ҡошсолоҡ комплексы инкубация цехын киңәйтергә ниәтләй. Шулай уҡ яңы ҡош һарайы төҙөлөшө башланған. Уларҙы киләһе йыл мартта сафҡа индереү күҙаллана.
Инвестицияның дөйөм күләме 5 миллиард 800 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 2 миллиард 816 миллион һумы үҙләштерелгән.
Азамат Илембәтов әйтеүенсә, перспективалы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа республика артабан да ярҙам күрһәтәсәк. Уҙған айҙа был проект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде, шуға күрә предприятиеға ҙур ғына һалым льготалары биреләсәк.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад