Тәтешлелә – 18 хоккей майҙансығы29.10.2018
Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында урынлашҡан бассейнлы “Планета-форт” физкультура-һауыҡтырыу комплексы спорт һөйөүселәрҙең генә түгел, ә бүтәндәрҙең дә иғтибарын йәлеп итә.

Әйткәндәй, уның асылыуына биш йыл тулыу уңайынан күптән түгел күркәм сара үтте. Ошо арауыҡта ул күптәргә спорт донъяһына юл асты. Бында бигерәк тә милли көрәш һәм тхэквондо секцияларына үҫмерҙәр теләп йөрөй.

Ғөмүмән, төбәктә спорт яҡшы үҫешкән, район буйынса бөтәһе 18 хоккей майҙансығы төҙөлгән, шуның дүртәүһе район үҙәгендә урынлашыуы күпте һөйләй. “Планета-форт” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Насибулла Хөснуллин билдәләүенсә, спорт менән бәләкәйҙән дуҫ булыу ҙур пландар менән йәшәүгә йүнәлеш бирә.


Вернуться назад