Ҡыҙҙар күберәк тыуған29.10.2018
Ғафури районының ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина әйтеүенсә, быйыл өсөнсө кварталда Ғафури районында 51 ғаилә барлыҡҡа килгән, 27 никах тарҡалған. 90 бала донъяға килеп, шуның 40-ы – малай, 50-һе – ҡыҙ. 24 ғаиләлә беренсе сабыйҙары тәүгә ауазын һалһа, 31-ендә – икенсе, 16-һында – өсөнсө, 19 ғаиләлә дүртенсе һәм унан артабанғы бала тыуған.

Атай-әсәйҙәр сабыйҙарына Аяз, Батыр, Илдан, Имран, Эмир, Аника, Айсулпан, Сөмбөл, Самина, Зара, Пелагея, Мирослава, Ясмина, Лаврентий кеүек һирәк осраған исемдәрҙе ҡушҡан.


Вернуться назад