Ағиҙел ярында... крокодил йәшәй29.10.2018
Кушнаренко районы үҙәге йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан. Тәбиғәттең гүзәл мөйөштәре бында аҙ түгел. Күптән түгел бында Таш һындар паркы ла барлыҡҡа килде.

Паркты ошо уҡ ярҙа ятҡан ҙур таштарҙы юнып эшләйҙәр. Матур һындарҙы бер йыл самаһы элек хаҡлы ялға сыҡҡан Илфир Хәйруллин үҙ теләге менән яһай. Район хакимиәте уны фәҡәт электр энергияһы һәм ҡорамалдар менән генә тәьмин итә.

Ярҙамсылары ла юҡ тип әйтерлек. Улар фәҡәт ошо һындар өсөн урынды ғына таҙарта. Хәйер, Илфирҙең үҙе таныуынса, урын әҙерләү – иң ҡыйын эш.

Таш юныу еңелдән түгел, әлбиттә. Шулай ҙа бер нисә фигура яр буйын йәмләп ултыра ла инде: йомарланып йоҡлап ятҡан ҙур бесәй, йөҙөндә йылмайыу балҡыған аждаһа һәм яр буйлап шыуышырға йыйынған крокодил. Оҫта эште артабан да дауам итергә вәғәҙә бирә.


Вернуться назад