7,4 километр оҙонлоғондағы юл өлөшөн асфальт-бетон япмаһы менән ҡаплау буйынса дәүләт килешеүе 2015 йылда уҡ төҙөлә. Йәрмәкәй район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Арыҫланов әйтеүенсә, “Дортрансстрой” ЯСЙ-һы эште үҙ өҫтөнә алған булған, әммә газ үткәргес магистраль линияларҙы күсереү һәм проект документтарына үҙгәрештәр индереү мәшәҡәттәре былтыр төҙөлөштө туҡтатырға мәжбүр иткән.
Күмәк халыҡтың мөрәжәғәте һәм район хакимиәтенең булышлығы менән төҙөлөш ҡайтанан тергеҙелгән. Был юлы эште “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте Бәләбәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Йәрмәкәй участкаһы эшселәре башҡарған, республиканың башҡа райондарынан да техника йәлеп ителгән.
Юлды тергеҙеүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 201 685 747 һум йүнәлтелгән.