Шиғри күңелле Айгүзәл Өфөнө күрәсәк28.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолдағы социаль приютта булды. Төбәк етәксеһе балалар менән аралашты, улар менән сәй эсте.

12 йәшлек Айгүзәл Аҙнабаева - шиғри күңелле ҡыҙыҡай. Ул бала саҡтан шиғырҙар яҙа. Күптән түгел ижади конкурста еңеү яулаған һәм бүләк артынан Дүртөйлө ҡалаһына барырға йыйына. Радий Хәбиров илгәҙәк Айгүзәлде Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы һәм үҙенең эш кабинетын күрһәтергә вәғәҙә бирҙе, уны баш ҡала буйлап экскурсияға алып йөрөргә вәғәҙәләне.

Айгүзәл тулҡынланыуын йәшермәй, ҙур ҡунаҡтың саҡырыуы уның өсөн көтөлмәгән хәл булған. Өфөгә ҙур теләк менән барасаҡмын, тине приют тәрбиәләнеүсеһе.

Әле социаль приютта Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан барлығы 23 тәрбиәләнеүсе йәшәй. Уларҙың күбеһенең ата-әсәһе бар.

Артабан Радий Хәбиров тиҙҙән сафҡа инәсәк парк төҙөлөшө менән танышты. Паркта Ейәнсура районының ғорурлығы булған алты Советтар Союзы Геройына бюст ҡуйыла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асыласаҡ.

Радий Фәрит улы район етәкселегенә парк янында балалар өсөн уйын һәм футбол майҙансығы төҙөү кәрәклеген әйтте.


Вернуться назад