Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп проблемаларҙың береһе - табиптарҙың етешмәүе. Бигерәк тә улар район дауаханаларына килергә атлығып тормай. “Ауыл табибы” программаһы булып та, бәғзе бер урында ул бөтөнләй эшләмәй, йәки йәш белгес үҙ теләге менән районға ҡайтҡан хәлдә лә вәғәҙә ителгән “миллион”дарҙы ала алмай.
Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының көньяҡ-көнсығыш райондарындағы эш сәфәрендә был хәлдең ысынбарлыҡҡа тап килеүе асыҡланды. Һәр төбәктә тиерлек табиптар етешмәй, бигерәк тә тар белгестәргә ихтыяж ҙур.
Аҡъяр дауаханаһында лә эштәр яҡшынан түгел. Бөгөндән үк бында икешәр педиатр, терапевт, балалар һәм ололар эндокринологы, балалар хирургы талап ителә. Радий Хәбиров шулай уҡ балаларҙы дауалау мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды.
Республика етәксеһе: “Райондарҙа юғары белемле табиптарҙың етешмәүе типик күренешкә әйләнгән. Артабан улай эшләү мөмкин түгел. Һәр кешенең сәләмәтлеге өсөн барыбыҙ ҙа яуаплыбыҙ. Халыҡтың һаулығы - иң мөһиме”, - тине.