Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү” төбәк программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан субсидия алыу буйынса конкурста ҡатнашасаҡ. Уны Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы үткәрә, субсидия күләме — 735 миллион һум самаһы.
Был аҡсаны Рәсәй төбәктәре алынған кредиттар буйынса процент түләүгә, социаль инфраструктура объекттарын төҙөү һәм реконструкциялауға, аҙ ҡатлы һәм күп фатирлы арзан торлаҡ урынлашҡан яңы биҫтәләрҙә юл һалыуға файҙалана ала.
Дәүләт комитеты конкурста ҡатнашыу өсөн бер нисә проектты һайлап алды. Улар иҫәбенә Өфөнөң яңы биҫтәләрендә дүрт балалар баҡсаһы һәм дүрт автомобиль юлы проекты инә. Һайлап алыу шарттарына ярашлы, 632 миллион һум субсидия һорала, шул уҡ ваҡытта республика 911 миллион һумды берлектә финансларға ниәтләй.
Арзан торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән ерҙә инженерлыҡ инфраструктураһына кредит буйынса проценттарҙы ҡаплауға ла аҡса талап ителә. Был йүнәлеш буйынса 13 проект һайланған. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 102,5 миллион һум аҡса кәрәк.
А. ХӘЛИЛОВ.