Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәгенең Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап ойошторған Башҡорт мәҙәниәте фестивале башланды. Бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Сара сиктәрендә "Башҡорттар - Уралдағы тау эшенә нигеҙ һалыусылар" тигән фәнни-ғәмәли конференция ла уҙа. Унда билдәле тарихсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Тарихҡа күҙ һалғанда, башҡорттар Уралда металлургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, ата-бабаларыбыҙҙың даны мәғдән оҫталары булараҡ та тирә-яҡҡа таралған. Рәсәйҙә руда сәнәғәтен үҫтереүгә Исмаил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Надир Ураҙмәтов, Яҡуп Аҙнағолов, Йәнгилде Бигиев кеүек шәхестәребеҙ ҙур өлөш индергән.
Фестиваль Сибай театр-концерт берләшмәһе коллективының бай йөкмәткеле концерты менән тамамланасаҡ.