Сибай ҡалаһында халыҡ шағиры Мостай Кәримгә бағышланған әҙәби кисә уҙғарылды. Унда балалар сығыш яһаны. Һәр кем тасуири, хис-тойғоға бирелеп шиғыр һөйләне.
Был саранан "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалманы. Нурия Вәлиева, Нурия Әфләтунова, Әнилә Әлмөхәмәтова, Әлимә Вилданова шағирҙың бик матур шиғырҙарын тыңланы. Өс йәшлек кескәйҙәр Мостай Кәримде һәм уның ижадын белеп үҫә икән, киләсәк быуынға ҙур өмөт бағларға була.
Был эштә өлкәндәрҙең дә өлөшө ҙур. Туған тел өсөн йән атып, балаларында рухи байлыҡ тәрбиәләгән әүҙем атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт.