Бөрө ҡалаһында өлкән быуын кешеләре өсөн "Оҙаҡ йәшәү үҙәге" тигән махсуслашҡан үҙәк асыу планлаштырыла. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Граждандар проекты" төркөмө шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Яңы үҙәктең ҡаланың ҡап уртаһындағы Горохов сауҙагәр йортонда урынлашыуы ихтимал. Ул – 1850 йылдарҙа төҙөлгән тарихи ҡомартҡы.
– Беҙҙең бурыс – кешенең үҙенең йәшенә ҡарашын үҙгәртеү, – ти проект авторҙарының береһе, Бөрө тарих музейы директоры Антон Антонов. – Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул үҙен кәрәкһеҙ итеп тоймаһын. Яңы йүнәлеш табып, үҙенә лә, йәмғиәткә лә файҙалы граждан булһын.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Үҙәк 2020 йылға тиклем эшләй башлар тип күҙаллана.