Үкенерлек түгел үткәндәре28.10.2018
Хеҙмәт кешеһенең һәр береһе иғтибар үҙәгендә. Айырыуса йөҙйәшәрҙәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә. Асҡын районы хакимиәтенең матбуғат бүлеге хеҙмәткәре Гөлнара Дәүләтова билдәләүенсә, уларҙың һәммәһе лә йәштәргә өлгө.

Билгеш ауылында ғүмер кисергән 90 йәшлек Рауза Ғәйҙуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк етәкселеге уның йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһынғас, үҙен һис кенә лә яңғыҙ тоймай. Ошо көндәрҙә Рауза Солтанша ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлағандар, бүләк тапшырғандар.

“Ғүмер ағышын тиккә генә йылға ағышы менән сағыштырмайҙар, уның ҡарауы, үкенерлек түгел үткәндәр”, – ти йөҙйәшәр.


Вернуться назад