Баймаҡта яңы балалар поликлиникаһы төҙөләсәк28.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһындағы эш сәфәрендә район дауаханаһында булды һәм балалар бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Балалар консультацияһына төрлө ауылдарҙан 15 меңдән ашыу һәм Баймаҡтан 6 мең бала ҡарай. Әммә бинаның үткән быуаттың 70-сы йылдарҙа төҙөлөүе һәм шунан бирле капиталь ремонт күрмәүе, һис шикһеҙ, заман талаптарына яуап бирмәй. Шул уҡ ваҡытта табиптарҙың, педиатрҙарҙың етешмәүе лә - бөгөндән үк хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙең береһе.



Төбәк етәксеһе киләсәктә Баймаҡта өр-яңы балалар поликлиникаһы төҙөү кәрәклеген белдерҙе. “Балалар һаулығы өсөн беҙ бер нимә лә йәлләргә тейеш түгелбеҙ. Табиптарҙың етешмәүенә килгәндә, быны бөгөндән үк хәстәрләү кәрәк”, - тине ул.


Вернуться назад