Көньяҡ-көнсығыш райондарға сәфәре барышында Радий Хәбиров Темәс ауылы халҡы менән осрашты.
Темәстәр төбәк Башлығына оҙаҡ йылдар буйы хәл ителмәгән проблемаларҙы асып һалды. Ауыл халҡын бигерәк тә эшһеҙлек мәсьәләһе борсой. Шунлыҡтан күп ир-ат, ғаиләһен ҡалдырып, вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләргә мәжбүр. Ошо сәбәпле ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала. Шул уҡ ваҡытта Темәс ерендә ситтән килгән йүнселдәр тау-урманды соҡоп, таш сығара. Уларҙың күбеһе, рөхсәт ҡағыҙы булмай тороп, карьерҙарҙа таш аҡтарыуын дауам итә.
Радий Фәрит улы проблема менән таныш булыуын белдерҙе. Артабан был хәлгә сик ҡуйыласаҡ, таш сығарыу эше менән рөхсәт алған кешеләр генә шөғөлләнәсәк. Иң мөһиме - уларға үҙҙәренән һуң ерҙе тигеҙләп, тейешле эштәрҙе атҡарыу бурысы ҡуйыласаҡ.
Шулай уҡ темәстәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләрҙе лә күтәрҙе. Дуаханала табиптарҙың етешмәүе, дарыухананың булмауы, спорт залының бикле тороуы, “Ауыл табибы” программаһының тейешле кимәлдә эшләмәүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Төбәк Башлығы кешеләрҙең аһ-зарын ентекле тыңлағандан һуң, был эштәрҙең бер нисә айҙа ғына хәл ителмәүен белдерҙе, әммә уларҙың барыһы ла контролгә алынасаҡ, тине.
- Минең төп маҡсат шул: халыҡ, һеҙ яҡшы йәшәргә тейеш. Бының өсөн мин дә, ҡул аҫтымдағы башҡа етәкселәр ҙә ғәҙел һәм тырышып эшләйәсәк, - тине Радий Хәбиров.