Ҡырҙастағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ремонт кәрәк28.10.2018
Сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты эше менән дә танышты.

Был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы 2005 йылда төҙөлгән һәм хәҙер ремонт талап итә. 38 йыл хеҙмәт стажы булған акушер Фәриҙә Сәлимйәнова әйтеүенсә, ФАП ауылдағы 670 кешене хеҙмәтләндерә, етәкселек бөтә үтенестәрҙе лә ваҡытында хәл итә, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ. Кәрәкһә, "Ашығыс ярҙам" машинаһы район үҙәге Асҡарҙан 15 минутта килеп етә. Тик бына бина иҫкергән, ремонт талап итә. Ҡырҙастар Радий Фәрит улынан ошо мәсьәләне хәл итергә булышлыҡ ҡылыуын үтенде.

- Республика етәксеһенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларға иғтибар итеүе беҙҙә, медицина хеҙмәткәрҙәрендә, ҙур өмөт уятты. Ә инде урындарҙа йәш белгестәргә йәшәү шарттарын булдырырға тейештәр, сөнки ауыл һәм район дауаханаларында табиптар етешмәй. Ауылда ла шул уҡ бурыстар, тик бында эшләүе уңайлыраҡ, сөнки кешеләр беҙгә яҡшы, изге мөнәсәбәттә, - ти Фәриҙә Сәлимйәнова.


Вернуться назад