"Талҡаҫ" шифаханаһын төҙөкләндереүҙе дауам итергә28.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың көньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәренең икенсе көнө "Талҡаҫ" шифаханаһын ҡарауҙан башланды.

Һуңғы йылдарҙа уны төҙөкләндереүгә 47,5 миллион һум инвестиция һалынған. Матди-техник база яңыртылған, корпустарҙы ремонтлау эше башҡарылған. Миҙгел башынан элеккесә ҡымыҙ етештереү эше тергеҙелгән. Шифаханаға ял итергә килеүселәр һаны артҡан.

Кисә ветерандар менән осрашҡанда Радий Хәбиров "Талҡаҫ" шифаханаһының үҫеше тураһында:

- Һауыҡтырыу учреждениеһын төҙөкләндереүҙе дауам итергә кәрәк. Инвестициялар йәлеп иткәндә, Баймаҡ районы халҡына яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк, урындағы ҡаҙнаға һалым да күберәк инәсәк, - тигәйне.


Вернуться назад