Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда үткәргән кәңәшмә Иглин районының Урман ауылы халҡы мәсьәләләренә арналды. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашты.
— Бер йыл элек Иглин районында ғәҙәттән тыш хәл булды. Ошо ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн беҙ байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Республика 300–400 миллион һум самаһы аҡса һалды. Шартлау һөҙөмтәһендә дөйөм ятаҡтарға урынлаштырылған кешеләр тиҙ арала йорттарға күсерелде, сифатлы торлаҡ төҙөлдө. Мәктәп ҡайтанан аяҡҡа баҫтырылды, балалар баҡсаһы йүнәтелде, биләмә төҙөкләндерелде, ҡаҙанлыҡ төҙөлдө һәм башҡа эштәр тормошҡа ашырылды. Шул уҡ ваҡытта муниципаль, республика һәм федераль власть органдарына халыҡтан дәғүәләрҙең күп булыуы асыҡланды. Хәлде аңлап етмәйем — был нимәгә бәйле, кем етешһеҙлеккә юл ҡуйған, әллә талаптар саманан тыш юғарымы? Бөгөн ошо мәсьәләнең айышына төшөнөргә тейешбеҙ, — тине республика Президенты осрашыуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
— Муниципаль һәм республика власть органдары ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы йөкләмәләрен тулыһынса үтәне, — тип белдерҙе Марат Мәһәҙиев һәм аныҡ миҫалдар килтерҙе.
Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһен бөтөрөүгә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыуға 339 миллион һум аҡса һалынды. Шул иҫәптән ҡасаба халҡына 37 миллион һум компенсация түләнде.
— Бер кешегә 10 мең һум иҫәбенән бер тапҡыр финанс ярҙамы күрһәтеүгә 8,5 миллион һум (1208 кешегә), мөлкәтен өлөшләтә юғалтыусыларға 16 миллион 950 мең һум (347 кешегә), мөлкәтен тулыһынса юғалтҡандарға 10 миллион 100 мең һум (101 кешегә) бүленде, — тине Марат Мәһәҙиев.
Әммә компенсацияға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар килеүен дауам итә. Рафиҡ Мусин әйтеүенсә, әле 700-ҙән ашыу ғариза бар. Һоралған компенсация күләме — 100 миллион һумдан ашыу.
Иглин районы хакимиәте башлығы билдәләүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдән һуң ойошторолған махсус комиссия бер ай буйы компенсацияға ғаризалар ҡабул итте. Ошо ваҡыт эсендә 650-нән ашыу кеше ғариза яҙған, Федераль үҙәк уларҙың ни бары 128-ен генә хуплаған. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, түләүҙән баш тартыуҙың төп сәбәбе — ғариза биреүселәрҙең Урманда теркәлмәүе.
— Һеҙ район халҡының мәнфәғәтен сағылдыраһығыҙ, улар өсөн компенсацияны мөмкин тиклем күберәк алыу өсөн барыһын да эшләргә тейешһегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Урманда милке булып, уға зыян килеүе документтар менән раҫланһа, кешенең ҡайҙа теркәлеүе мөһим түгел, тип билдәләне республика башлығы.
Башҡортостан Президенты район етәксеһенә тейешле кешеләрҙең барыһына ла урындағы бюджеттан булһа ла компенсация түләү өсөн аҡса табыу бурысын ҡуйҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.