“Ҡояшҡай” өмә үткәрҙе27.10.2018
Хәйбулла районының Бүребай ауылындағы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре аҙнаның бер көнөндә, тирә-яҡ мөхитте тәртиптә тотоу маҡсатында, даими рәүештә өмәләр үткәрә.

Әле улар сыуаҡ көҙҙөң һәр мәлен ошо файҙалы шөғөлгә арнарға тырыша. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, балалар баҡсаһы тирәләй ер участкаһын тиҙ арала кипкән япраҡтарҙан, ҡарағай энәләренән тырматып, һепереп таҙартып та ҡуялар.

Коллективта 54 хеҙмәткәр эшләй. Төш ваҡытында, балалар йоҡлаған арала, 12 төркөмдән тәрбиәселәр, кесе тәрбиәселәр, физкультура, музыка белгестәре, логопед, психолог, башҡорт теле уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы мөдире өмәгә сыға.




Вернуться назад