Йәштәр фән киңлектәрен аса27.10.2018
Өфөлә Бөтә Рәсәй фән фестивале үтте. Сараның төп маҡсаты йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу, был өлкәләге ҡаҙаныштар, ғилми донъя яңылыҡтары менән таныштырыу ине.

Фестиваль бер ыңғай бер нисә майҙансыҡта – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә, Башҡортостан Фәндәр академияһында, “Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт һарайында, баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында барҙы.

Мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға ҡыҙыҡлы лекциялар, экскурсиялар, тәжрибә майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Мәҫәлән, кешенең ДНК-һын тикшереү, йыһан ҡоролошо, шоколад, самолеттар тураһында лекциялар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар робот эшләү, генетик тәжрибәләр уҙғарыу мөмкинлегенә эйә булды, фәнни-популяр фильмдар ҡарап, улар хаҡында ғалимдар менән берлектә фекер алышты.


Вернуться назад