Башҡортостандың Яҙыусылар союзында Татарстан Республикаһында йәшәп ижад иткән әҙиптәр – Фирҙәүес һәм Йәдкәр Бәшировтар менән осрашыу үтте. Сарала ойошманың рәйесе Зәки Әлибаев, республикабыҙҙың танылған яҙыусылары һәм студенттар ҡатнашты.
“Башҡорт хан” китабы менән милләттәштәребеҙ араһында абруй яулаған әҙип бөгөн дә яңы әҫәрҙәрен яҙыу өҫтөндә. Ул мәшһүр Ҡол Ғәлиҙең тормошона, йәшәү рәүешенә арналған сираттағы әҙәби- документаль романы менән ҡыуандырмаҡсы.
Сарала Йәдкәр Әхәт улына тантаналы рәүештә Башҡортостан Яҙыусылар союзының танытмаһы тапшырылды. Ул йыл башында ағза итеп алынғайны. Әҙипкә киләсәктә лә халҡыбыҙ тарихының иң ҡатмарлы биттәрен киң йәмәғәтселеккә сығарыуҙа уңыштар теләйек.