Бронза миҙалды кем эләктерҙе?27.10.2018
Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй Йәш натуралистар конкурсында белем биреү учреждениеларында уҡыған 12-18 йәшлек уҡыусылар, педагогик коллективтар, уҡытыусылар ҡатнашты.

Рәсәйҙә юннаттар хәрәкәтенең 100 йыллығына арналған конкурстан Башҡортостандың Өфө, Ауырғазы, Илеш, Кушнаренко, Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрө райондары, Өфө ҡалаһы уҡыусылары һәм педагогтары ла ситтә ҡалманы.

Илеш районының Иҫке Күктау урта мәктәбе Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенең бронза миҙалына лайыҡ булды. Биология уҡытыусыһы Зөлфиә Садретдинованы һәм уҡыусыһы Айһылыу Ғәлиуллинаны мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Вернуться назад