Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Әбйәлил районына сәфәре барышында Рәхмәт ауылы халҡы юлдарҙың торошона зарланды.
Урындағы ауыл Советы депутаты Исрафил Йәнсәитов "Ташбулат" тимер юл станцияһынан Белорет -- Учалы трассаһына тиклем 51,4 километр арауыҡта юл төҙөргә кәрәклеген белдерҙе. Халыҡ 1990 йылдарҙан бирле көткән был юл Әбйәлил һәм Учалы райондарындағы 14 ауылды туранан-тура транспорт бәйләнеше менән тоташтырыр ине.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә был мәсьәләне тикшерергә һәм тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты.