Күсем руднигы мәктәбенә - яңы автобус27.10.2018
Төбәк Башлығы Күсем руднигы мәктәбендә лә булды. Белем усағы директоры Ынйы Төлкөбаева әйтеүенсә, әле бында 182 уҡыусы белем ала. Улар яҡындағы биш ауылдан “Мәктәп автобусы” программаһына ярашлы йөрөтөлә. Әммә балаларҙы ташыған автобустың ҡулланыу ваҡыты күптән үткән, ул ун йылдан ашыу файҙаланыла.

Радий Хәбиров белем усағы һәм уның педагогик коллективы менән яҡындан танышҡандан һуң, район хакимиәте башлығына уҡыу йылы аҙағына тиклем Күсем руднигы мәктәбен өр-яңы автобус менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.


Вернуться назад