Ауыл халҡы ла ҡаланыҡы кеүек медицина ярҙамы алырға тейеш27.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәрендә Байым ауылы участка дауаханаһында булды. Бында ул медицина хеҙмәткәрҙәре һәм сирлеләр менән осрашты. Ауыл дауаханаһы ундан ашыу ауылды һәм өс меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.

Бөгөн бында терапевт юҡ, теш табибы бүлмәһе буш тора. Сирлеләргә 80 саҡрымда урынлашҡан район үҙәгенә барырға тура килә.

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы шарттары менән яҡындан танышҡандан һуң, тиҙ арала бындағы кәмселектәрҙе бөтөрөргә ҡушты, балаларҙы ҡабул итеү буйынса ла эш алып барыу кәрәклеген белдерҙе.


Вернуться назад