Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарына барғанда Әбйәлил районының Рәхмәт ауылындағы мәктәптә булды.
Уның директоры Зөһрә Әхмәҙиева менән аралашҡандан һуң, ауылға газ үтеүгә ҡарамаҫтан, мәктәп һаман күмер яғып йылытылыуы асыҡланды.
“Төбәк башлығы беҙҙең ауылға килер тип бөтөнләй көтмәгәйнек. Мин үҙем дәрестә инем. Бик яҡшы аралаштыҡ, проблемалар хаҡында ла һөйләштек. Мәктәпкә газ үтмәүе – беҙҙең өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә. Күмер ҡиммәткә төшә. Көнөнө бер тонна яғыулыҡ китә, хаҡы бер йылға ярты миллион һумға барып етә. Төбәк Башлығы был проблеманы хәл итергә вәғәҙә бирҙе”, - ти мәктәп директоры.