Аныҡ хәлде белеү өсөн27.10.2018
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Урал аръяғы райондарына йүнәлде.

Мәғлүм булыуынса, ул унда тиҫтә йылдан ашыу булғаны юҡ. Социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә әйтеүенсә, сәфәрҙең алдан әҙерләнгән планы үҙгәрәсәк.

“Район хакимиәте башлыҡтары, ғәҙәттәгесә, ҡәҙимге төҙөлөштәрҙе һәм етештереү объекттарын күрһәтмәксе, әммә минең почта кешеләрҙең башҡа үтенестәре менән тулы, улар дәрәжәле ҡиәфәт менән уңышлы эшләгән объекттарҙы күрһәтеүҙән ҡырҡа айырыла”, – тип яҙа төбәк Башлығы ниәттәре тураһында. Ул урындағы проблемалар менән танышасағын, кешеләр менән аралашасағын, аныҡ хәлгә ҡарап һығымта яһаясағын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хәбиров маршрутын үҙгәрткән. Ул “Яҡтыкүл” шифаханаһына барыу урынына Рәхмәт ауылына юлланған. Урындағы халыҡ менән аралашҡандан һуң, Мораҡай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараған, Байым участка дауаханаһының хәле менән танышҡан.


Вернуться назад