Ғалимдың ғилми үре26.10.2018
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа 65 йәш тулыу уңайынан әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Сарала Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, юбилярҙың һабаҡташтары, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының IX класс уҡыусылары ҡатнашты.

Сараны йәнле итеп М. Ғафуриҙың йорт-музейы директоры, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова алып барҙы. Ул ғалимдың тормош юлына айҡау яһап ҡына ҡалманы, ә фәнни үрҙәренең ҡаҙанышын эҙмә-эҙлекле күрһәтте.

Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, юбилярҙы тәбрикләп, уға музей менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт хаты һәм эксклюзив бүләк тапшырҙы. Прозаик Ринат Камал М. Нәҙерғоловтың менән бергә үткән студент йылдарынан уҡ тәрән фекерле, уйлы булыуын билдәләне. Филология фәндәре докторҙары Розалия Солтангәрева, Гөлнур Хөсәйенова, Нәркәс Хөбөтдинова, кандидаттар Гөлнара Абдрафиҡова, Гөлнар Юлдыбаева ғилми эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Ғалимды шулай уҡ "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре Венера Ситдиҡова, аспиранты Эльвира Сафина, Ҡырмыҫҡалы районындағы М. Өмөтбаев музейы мөдире Зөһрә Әхмәҙиева тәбрикләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Кисәне Хима Йәнбирҙина менән һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Ырыҫҡоловалар үҙҙәренең матур йырҙары менән биҙәне.


Вернуться назад