1980 йылдың йәйе... Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылы эргәһендә тәүҙә йөҙәрләгән палатка пәйҙә булды, тора-бара тәүге эшсе барактары ҡалҡып сыҡты. Күп тә үтмәй, төбәккә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауыр техника килде. Башҡортостанда иң тәүге атом электр станцияһына, буласаҡ Ағиҙел ҡалаһына нигеҙ һалыу эше башланды. Хәҙер нисек йәшәй был ҡала?
Әгәр Чернобыль булмаһа... Техника менән бергә оло төҙөлөшкә республикабыҙҙың төрлө ҡала, райондарынан, СССР төбәктәренән белгестәр, эшселәр ағылды. Күптәре комсомол йүнәлтмәһе менән килгән егет һәм ҡыҙҙарҙың күңеле энтузиазм менән тулы ине. Мәскәү архитекторҙары проекты нигеҙендә тәүге күп ҡатлы йорттар ҡалҡытҡан төҙөүселәр, Башҡортостан атом станцияһына нигеҙ һалыусы энергетиктар, ауыр көнкүреш шарттарына иғтибар бирмәй, төҙөлөшкә дәррәү тотондо. Күҙҙәрҙәге осҡон, йөрәктәрҙәге дәрт, ышаныс үҙенекен итте — етештереү объекттары, матур йорттар айлап түгел, көнләп үҫте. Тиҙҙән Ағиҙелдең бормаланып аҡҡан ҡултығында энергетиктар ҡасабаһы барлыҡҡа килде.
1980—1990 йылдарҙағы киҫкен сәйәси ваҡиғалар, үҙгәртеп ҡороу шауҡымы, Чернобыль атом станцияһындағы ҡот осҡос фажиғә тамамланыу алдындағы төҙөлөштө
ҡапыл туҡтатты. Ул дәүерҙә бик тә әүҙем “йәшелдәр” хәрәкәте “Беҙ икенсе Чернобыль ҡабатланыуын теләмәйбеҙ!” лозунгын күтәреп сыҡҡас, 1990 йылда Ағиҙел ҡалаһы статусын алған ҡасаба эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалды. Төҙөлөш майҙанына “күмелгән” 500 миллион һум аҡса, әле күптән түгел генә ошо төҙөлөшкә бар көсөн һалған меңәрләгән эшһеҙ... Ә ҡалала атом станцияһы төҙөлөшөнән башҡа бер ниндәй ҙә предприятие юҡ. Үҙенең яҙмышын Ағиҙел ҡалаһы менән бәйләгән, ғаилә ҡорған йәштәр ҡайҙа барып һыйынһын?!
Туҡһанынсы йылдар уртаһында ҡала ҡаҙнаһы тамам бушап, хужалығы көрсөккә терәлә, ҡышҡы осорҙа хатта фатирҙарҙа туңыу ҡурҡынысы тыуа. Хәүефте булдырмау маҡсатында Ағиҙел ҡалаһы депутаттары республика Президентына мөрәжәғәт итергә ҡарар ҡыла. 1996 йылдың июлендә республика етәксеһенең “Ағиҙел иҡтисади уңайлыҡтар зонаһы булдырыу тураһында”ғы Указы донъя күрә. Был Указ ҡала мөхитенә яңы һулыш өрә: бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә, етештереү предприятиелары сафҡа баҫа. Уларҙың күбеһе бөгөн дә эшләй. Мәҫәлән, көнкүреш йыһазы етештереүсе “Ағиҙел-М”, “Башатомтерминал”, “Теплостим”, “Ағиҙелтрансавто”, “Эсна”, “Ағиҙел төҙөлөш-сервис” предприятиеларында йөҙәрләгән эшсе иҫәпләнә. Иҡтисади уңайлыҡтар зонаһы шарттарында ҡалала йылына 50 миллион кирбес етештереүсе силикат кирбес заводын яңыртыу мөмкинлеге тыуҙы. Ағиҙелдә нефть продукттары терминалы булдырыу ҡала халҡында киләсәккә яңы өмөт уятты, эшһеҙлек арҡаһында тыуған социаль көсөргәнешлекте кәметте. Ләкин бөгөн 16 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ҡала иҡтисадын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереп кенә тотороҡло итеү уйҙырмаға тиң, терминалдарҙың эшмәкәрлеге лә ҡалалағы төп бәләнән — эшһеҙлектән ҡотҡара алмаясағы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә ағиҙелдәр ҡалала атом электр станцияһы төҙөлөшөнөң дауам ителеүенә өмөтөн өҙмәй көтә. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Хөкүмәте һәм “Энергоатом” концерны етәкселеге тарафынан атом электр станцияһын элекке урында ҡалҡытыу тәҡдиме хупланды. Әммә төҙөлөш ҡасан башланыр? Был һорауға әлегә яуап юҡ.
Эшһеҙлек тормошто биҙәмәй Ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә халыҡтың, айырыуса ир-ат затының, аҙлығы күҙгә ташлана. Был ғәжәп тә түгел, сөнки ғаилә башлыҡтарының күбеһе, эшһеҙлектән дүнеп, аҡса артынан сит яҡтарға, Себергә сығып киткән. Шуға күрә, халыҡ уҫал шаяртып, Ағиҙелде “үле ҡала” йә иһә “һөйәркәләр ҡалаһы” тип тә йөрөтә. Ҡала кешеләренең бер өлөшө күрше Нефтекамаға йөрөп эшләй. Ҡалала эш табыу — үтә лә сетерекле мәсьәлә. Бюджет ойошмаларында штаттар тулы, бәләкәй предприятиеларҙа ла шундай уҡ хәл. Эшһеҙлек күрһәткесе Ағиҙелдә 7,1 процент тәшкил итә, ләкин мәшғүллек үҙәгендә рәсми теркәлмәгән эшһеҙҙәр күп. Ағиҙелдәрҙең күбеһе ҡаланан күсеп китеү теләге менән яна. Быны аңлау өсөн ҡала, төбәк гәзиттәренә күҙ һалыу ҙа етә: “Ағиҙелдәге фатирымды Нефтекама, Яңауыл ҡалаларындағы фатирға алмаштырам” кеүек иғландар күп. Әйткәндәй, өс бүлмәлене өҫтәмә түләүһеҙ ике, хатта бер бүлмәлегә алмаштырырға риза булыусылар бар...
Эшһеҙлек киләһе көнгә өмөтһөҙлөк, тормошҡа битарафлыҡ артынан башҡа етди проблемалар тыуҙыра. Мәҫәлән, аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында күптәр фатиры, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләй алмай. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы был проблеманы, әлбиттә, закон нигеҙендә хәл итә: бурыслыға суд приставтарын ебәрә. Биш көн эсендә түләй алмаһа, бурысы ете процентҡа арттырыла, ҡулынан мөлкәте тартып алына.
Бынан тыш, бурыслыны йылы һыу, электр энергияһынан мәхрүм итеү, фатирынан сығарыу алымдары ла бар... Миҫал өсөн, 2011 йылда, түләргә аҡсаһы булмау сәбәпле, ике кеше фатирынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, октябрь айында ғына приставтар фатирҙарға рейд яһап, 691 430 һумлыҡ мөлкәтте тартып алған. Бөгөн Ағиҙелдә бындай
фатирҙарҙың һаны биш йөҙҙән ашып китә! Әлбиттә, түләмәүселәрҙең төрлөһө бар. Кемдер эшһеҙ ҡалған, ә икенселәре тормошона ҡул һелтәп эскелеккә һалышҡан. Бурыстарҙың ҙурлығы иҫте китәрә: 30, 60... хатта 250 мең һумға яҡын.
Таяҡ ике осло. Бер яҡтан, аҡсаһыҙлыҡ сәбәпле бурысҡа батҡан фатир хужалары үҙҙәре социаль яҡлауға мохтаж булһа, икенсенән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың да дәғүәләре нигеҙһеҙ түгел.
— Ҡала халҡының йылы өсөн генә лә беҙгә һигеҙ миллион һумлыҡ бурысы бар, — ти Ағиҙелдең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Вадим Коновалов. — Энергетиктарға, эшселәребеҙгә эш хаҡы түләү өсөн беҙ ҡайҙан аҡса табырға тейеш?
Мәсьәлә хәл ителмәһә... Ҡайһы бер предприятие етәкселәренең ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләмәүе ҡалалағы социаль көсөргәнешлекте бермә-бер арттырҙы. Бөгөн Ағиҙелдәге һигеҙ предприятиеның хеҙмәт хаҡы буйынса 9 миллион һум самаһы бурысы йыйылған. Дүрт предприятиеға ҡарата ошо йәһәттән суд ҡарарҙары ла бар.
Бурыслылар рәтендә банкрот хәлендәге “Интеграл-инвестстрой” (5,5 миллион һум), “Башатомтранссервис” (1,75 миллион һум) предприятиелары бар. Ҡала прокуратураһына, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнмәү сәбәпле, “Ағиҙелтрансавто плюс”, “Заря” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре мөрәжәғәт итә, башҡа бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренән дә ғаризалар етерлек...
Илебеҙҙең Төп Законы — Конституциялағы хоҡуҡтарыбыҙ яҡланырға тейеш. Хоҡуҡтар боҙолған осраҡта йәберһетелгәндәргә урамға сығыуҙан башҡа бүтән сара ҡалмауы мөмкин. Былтыр октябрь аҙағында үҙҙәренең конституцион хоҡуҡтарын яҡлап митингка йыйылған ҡала халҡының да талаптары берҙәм булды.
Митингта сығыш яһаусылар ҡала дауаханаһындағы тәртипһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡының юғары булыуы, кескәй генә ҡалала чиновниктарҙың күплеге, енәйәтселек үҫеше, прокуратураның һүлпәнлеге, социаль фатирҙарҙың теләһә кемгә бирелеүе хаҡында әйтеп үтте.
Резолюцияға ҡалала социаль мәсьәләләрҙе тейешле дәрәжәлә хәл итмәү, дәүләт мөлкәтен туҙҙырыу осраҡтары теркәлде, ошо нигеҙҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт ҡабул ителде.
Оҙаҡ та үтмәй, Башҡортостан Президентының Ағиҙел ҡалаһына килеп, халыҡ менән осрашыуы иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде.
— Ҡалала атом станцияһы буласаҡмы, юҡмы — был һорауға яуап бирә алмайым, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әммә Рәсәй Федерацияһының оҙайлы пландарында бындай станция бар. Рәсәйҙең атом концерны әлегә үҙ милкенән баш тартырға йыйынмай. Беҙ бында индустриаль парк төҙөргә тырышабыҙ, ләкин билдәле сәбәптәр арҡаһында милекте ҡуртымға алырға теләк белдереүсе әлегә күренмәй.
Президент әйтеүенсә, Түбәнге Кама һыу һаҡлағысында йөк ташыу порты төҙөү отошло буласаҡ. Иң төп мәсьәлә — ҡалала эш урындары талап итеүсе иҡтисади механизм булдырыу.
— Шуға күрә башҡаһын хәл итербеҙ: мунса юҡ икән — төҙөрбөҙ, мәҙәниәт һарайын да яңыртырбыҙ, балалар баҡсаһы ла булыр, былары — хәл ителерҙәй мәсьәлә, — тине Президент.
Республика етәксеһе менән осрашыу халыҡта киләсәккә өмөттө тергеҙҙе. Тағы шуныһы: Ағиҙелдәге күп проблемаларҙы, айырыуса халыҡтың йәшәйеш-көнкүреше менән бәйле социаль мәсьәләләрҙе урындағы хакимиәт етәкселеге хәл итә ала һәм хәл итергә бурыслы. Был саҡта урамда митингтар ҙа, Президентҡа яҡлау һорап яҙған хаттар ҙа булмаясаҡ.
Марат МОРАТОВ