Ғаиләләргә — 600 мең һум26.10.2018
Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәрҙе беренсе уҡыуҙа ҡараны. Икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа закон ҡабул ителгән осраҡта, киләһе йылдың 1 ғинуарынан бәлиғ булмаған һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнәсәк.

Закон проектын Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, әүәлерәк туғыҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә “ГАЗель” автомобиле тапшырыла ине, хәҙер иһә ярҙам аҡсалата күрһәтелә.

Бер тапҡыр бирелә торған пособие алыусылар һаны арта, шуға күрә был йүнәлештәге йыллыҡ сығым 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк.




Вернуться назад