Николай Караченцов мәрхүм булды26.10.2018
Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Караченцов 73 йәшендә вафат булды.

Актер 40 йыл буйына “Ленком” театрында эшләне, шулай уҡ киноға төштө. “Өлкән ул”, “Аҡ ысыҡтар”, “Капуциндар бульварынан булған кеше” һәм башҡа фильмдар уға ысын халыҡ һөйөүен килтерҙе.

Николай Караченцовтың актерлыҡ эшмәкәрлеге 2005 йылда ул автоһәләкәткә осрағас өҙөлдө. Ә былтырғы йылдың март айынан ул ҡаты сир менән көрәште.



Вернуться назад