Һомғоллоҡ, матурлыҡ өсөн26.10.2018
Илебеҙҙә билдәләнгәнсә, иртәгә – Гимнастика көнө. Мәғлүм ки, Исламда ла спортҡа ҙур иғтибар бүленә.

Динебеҙ әҙәм балаһына, уның күңе­ленә, һаулығына зарар килтерә торған барлыҡ эш-ғәмәлде тыя. Файҙалылары иһә рөхсәт ителеп кенә ҡалмай, уларға ҡарата даими ҡыҙыҡһындырыу ҙа уятыла. Спорт – шул иҫәптә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә булыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡалмау өсөн спорт менән шөғөл­ләнергә ҡушҡан. Ул айырыуса уҡ атыу­ҙы, һыбай йөрөүҙе, йөҙөүҙе хуплаған. Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, ярыштарға ҡатыны Ғәйшәне лә алған. Ошонан күренеүенсә, мосолман ҡатын-ҡыҙына спорт ят түгел. Уның буй-һыны һомғол, йөҙө нурлы, кәйефе һәр саҡ күтәренке булырға тейеш. Күркәмлек, яҡшы кәйеф йорт усағын һүрелтмәй яндырырға көс бирә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә әле мосолман ҡатын-ҡыҙына айырым шөғөл­ләнеү өсөн спорт залдары, майҙан­сыҡ­тар юҡ тип әйтерлек. Күбеһе ике енес вәкилдәренә тәғәйенләнгән. Айырым күнекмә урындары булдырыу мөһим­леген әйтә килә диндарҙарыбыҙ. Был фекерҙе йәмғиәттә башҡалар ҙа хуп­лай.

Мосолман ҡатын-ҡыҙына һығып торған әйберҙә күнекмә яһау мотлаҡ түгел. Киң салбар һәм өҫкө кейем кейергә мөмкин. Йөҙгәндә тәнде ҡаплаңҡырап торған әйбер һайларға кәрәк, уны ҡатын-ҡыҙ үҙе лә тегә ала.

Мосолманға спорттың барлыҡ төрө менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙға айырыуса йөҙөү, гимнастика килешле.


Вернуться назад