Юл – кешенең холҡон күрһәткән көҙгө26.10.2018

Динебеҙҙәге “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән аҡыл ниңә онотола?

Борон әҙәм балаһы бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү, йөк ташыу өсөн ат, дөйә һәм башҡа хайуандарҙы файҙаланған. “Ҡөрьән Кәрим”дә шулай тиелә: “Мин һеҙгә менеп йөрөү өсөн хай-уандар яралттым”. Ләкин заман уҙа бара, ғилем алға китеү арҡаһында был сараға ихтыяж кәмегән, урынына техника барлыҡҡа килгән.

Мәғлүм ки, Ҡөрьәндәге “Тимер” сүрә­һендә: “Беҙ тимерҙе күктән төшөрҙөк, унда шул тиклем көс, ҡеүәт һәм әҙәм балаһы өсөн ҙур файҙа бар”, – тиелә. Хәҙер тимер һәр ерҙә тиерлек ҡулла­ныла, унан эшләнгән техника көндән-көн камиллаша. “Үҙегеҙ менеп йөрөгән ҡулайламаларҙы төҙөк хәлдә тотоғоҙ, ислах ҡылып файҙаланығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Техника төҙөк булһа, кеше юлланған еренә барып етә, хәүеф-хәтәргә тарымай. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә ки, водителдең яуап­лы булыуы мөһим. Белеүебеҙсә, был йәһәттән бөгөн дәүләт етәкселәре тарафынан ҙур эш башҡарыла: автомо­билдәрҙең һәм башҡа төрлө техника­ның техник торошо тикшерелә, водител­дәргә талаптар арта. Бәләкәй генә хата­ның йәки иғтибарһыҙлыҡтың да ҙур һәләкәткә килтереү ихтималлығы барыбыҙға ла мәғлүм.

Әммә бәғзе шоферҙарҙың юл ҡағиҙә­ләрен һаҡламауын ишетеп-күреп тора­быҙ. Йәмәғәт транспортын йөрөтөүсе­ләргә генә түгел, шәхси водителдәргә лә ҡағыла был. Хәҙер һәр кемдең тиерлек техника һатып алырға мөмкин­леге бар. Һөҙөмтәлә урамдарҙа машина бихисап, шуға тығындар барлыҡҡа килә. Бындай осраҡта һәр кем үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да именлеген уйлап, юл ҡағиҙәләренә ныҡлы иғтибар бирергә, яуаплы, түҙемле булырға тейеш. Динебеҙ тап шуға – сабырлыҡҡа, яҡын­дарыңды, эргә-тирәңдәгеләрҙе хәстәрләргә ҡуша. Шул уҡ ваҡытта техниканы дөрөҫ һәм һаҡсыл файҙа­ланыр­ға, еренә еткереп ҡарарға тейешбеҙ.

Ә юл ҡағиҙәләренә яңылары өҫтәлә, үҙгәрештәр индерелә, сөнки хәрәкәт көндән-көн ҡатмарлаша, юл тығыҙлана. Ғилемде бишектән алып гүргә кергәнсе өйрән тигәндәй, яңы ҡанундарҙы даими үҙләштереп барһаҡ, ғәмәлдә теүәл үтәһәк, сәфәрҙәребеҙ хәйерле булыр, иншаллаһ. Кире осраҡта иһә фажиғәләр артҡандан-артасаҡ.

Юлда йәйәүлеләр, пассажирҙар һәм водителдәр араһында хөрмәт булырға тейеш. Эскән килеш йәмәғәт урын­дарын­да йөрөү, рулгә ултырыу сәбәпле лә әллә күпме ғүмер ҡыйылғанын әҙәм балалары хәтеренән сығармаҫҡа бурыслы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Мосолман башҡаларға теле менән дә, башҡа төрлө йәһәттән дә зарар килтерергә тейеш түгел”, – тигән икән, был аҡылды юлда ла онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Юл – үҙе тормош. Унда кешенең хол­ҡо, тәрбиә кимәле асыҡтан-асыҡ са­ғыла. Тапап үтеп, алға сығырға аш­ҡын­ғандар ҙа, уртаса тиҙлектә елгәндәр ҙә, ҡыймай ғына ситтә барғандар ҙа, һәл­кәүҙәр ҙә, битарафтар ҙа, тәкәб­бер­ҙәр ҙә бихисап. Ә юл өсөн барыһы ла бер – һис кем өҫтөн түгел. Фәҡәт ҡа­ғи­ҙәләрҙе теүәл үтәү, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарур.

“Һаҡланғанды һаҡлармын”, тиелә динебеҙҙә. Водителдәр үҙенең генә түгел, автомобилдәге яҡындарының, эргә-тирәһендәге халыҡтың именлеген ҡайғыртырға тейешлеген бер ҡасан да онотмаҫҡа тейеш. Рулгә ултырған икән, ул һәр кемдең ғүмере, яҙмышы өсөн яуаплы. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Үҙенә ҡарата ышанысты юғалтмаһын ине “тимер ат”лылар.


Вернуться назад