Һуғыш һәм мәғариф ветераны оло байрамын билдәләне.Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Барлыбай улы Мәжитов оло юбилейын – 95 йәшен билдәләне. Дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиты булған, күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ фиҙакәр тормош юлы үткән аҡһаҡалды район хакимиәте етәкселеге, урындағы ветерандар советы вәкилдәре ҡотланы.
– Һеҙ – еңеүселәр быуынынан, тыуған еребеҙҙең батыры. Ауыр йылдарҙы үткәреп, һуғыштан һуң илде емереклектәрҙән күтәреүҙә ҡатнашҡанһығыҙ, ғүмерегеҙҙе лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләүгә арнағанһығыҙ. Һеҙҙең менән һәр аралашыу мөмкинлеге – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Батырлыҡтарығыҙ, фиҙакәр эшмәкәрлегегеҙ, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип ҡотлаусылар Хәсән Барлыбай улына иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе, оҙон ғүмер һәм һаулыҡ теләне.
Әйткәндәй, ветеранға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан һәм Башҡортостандың тәүге Президенты, “Урал” хәйриә фонды Советы рәйесе Мортаза Рәхимовтан тәбрикләү хаттары килгән.
Хәсән Мәжитов 1923 йылдың 18 октябрендә Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1941 йылда ошо ауыл мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлаған. 18 генә йәшендә фронтҡа киткән. Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, бихисап хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. 1947 йылда Мораҡ педагогия училищеһын, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.
Ветеран бөтә ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышлаған шәхес. Ул 20 йыл Мәҡсүт, Сәйетҡол ауылдарындағы балалар йортонда һәм мәктәптә директор булып эшләгән. Унан һуң тағы ике тиҫтә йыл район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек иткән. Тап ошо осорҙа районда мәктәптәр төҙөү, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, дөйөм урта белем биреүгә күсеү, белем биреү системаһын камиллаштырыу буйынса ҙур эштәр атҡарылған. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Х. Б. Мәжитовҡа РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелгән. Ул – Мораҡ ауылының почетлы гражданы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
Хәсән Барлыбай улының ғаиләһе лә күптәргә өлгө. Шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡатыны Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы менән улар 70 йыл татыу ғүмер иткән, ете бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына сығарған. Әйткәндәй, уларҙың да күбеһе бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы вафат булған.
Тормошто яратҡан ветеран, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ижтимағи яңылыҡтар менән даими танышып бара, республика, район баҫмаларын алдыра. “Бер быуатҡа яҡын ғүмер эсендә шанлы һәм данлы йылдар үттем – яҙмышымдан ҡәнәғәтмен”, – ти ул.