Береһе өсөн береһе кәрәк...26.10.2018

Хеҙмәт һынауҙары уларҙы көслө иткән.

Тигеҙ ҡартайып, балалары, ейәндәре сәләмәтлегенә, уңыштарына һөйөнөп йәшәгән парҙарҙан бәхетлерәк кеше бармы икән донъяла? Бөгөнгө геройҙарыбыҙ — ошо бәхеттәренә шөкөр итеп, ярты быуаттан ашыу ғүмерҙең ҡыйынлығын да, рәхәтлеген дә бергә кисергән кешеләр. Балтас районының Яңы Балтас ауылында тыныс ҡына ғүмер иткән хеҙмәт ветерандары Филүзә Сафый ҡыҙы һәм “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Роберт Тәлғәт улы Зариповтар тураһында һүҙебеҙ.

Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап йәшәгән был пар 1961 йылда Стәрле­тамаҡ зооветеринария техникумында таныша. Егет өсөнсө курста уҡығанда ҡыҙ яңы уҡырға килә. Яңауыл районының Ҡарман ауылында тыуып үҫкән Филүзә ханымдан танышыу иҫтәлектәрен һорашам.

— Колхоз юлламаһы буйынса килеп, тәүге айҙарҙа уҡып йөрөгән мәл. Техникумда аҙна һайын шәмбе көндәрендә бейеү кисәләре була. Шунда танышып, яҡташ булараҡ, Роберт менән аралашып, дуҫлашып киттек. Волейбол командаһында уйнай инек. Спорт менән мауығыуыбыҙ тағы ла яҡынайтты... — тип хәтерләй ул көндәрҙе Филүзә апай. Ветеринария бүлегендә белем алған егет, уҡыуын тамамлағас, тыуған райо­нына, ә ҡыҙ практика үтергә төбәктәге “Коммунар” колхозына ҡайта. “Мал-тыуар араһында бешмә ауырыуы таралған ҡатмарлы мәл ине был”, – тип иҫкә ала хужабикә ул йылды. Шул саҡта Роберт ҡыҙҙың ғаиләһе менән танышырға Ҡарманға килә, һөйләшеп, кәңәшләшеп Филүзәне Яңы Балтасҡа алып ҡайта.

Йәш белгес райондың “Дуҫлыҡ”, “Урал” колхоздарын хеҙмәтләндергән Штәнде ветеринария участкаһында ветеринар сифатында арыу-талыу белмәй эшләй.

— Иртә менән эшкә ҡуҙғалам. Ҡараң­ғы төшкәс, ҡайтам. Участкала мал-тыуар күп. Һыйыр малы ғына ла “Урал”да 1800-гә, “Дуҫлыҡ”та 900 башҡа етә ине. Унан тыш, әллә күпме һарыҡ-кәзә, сусҡа, йылҡы, ҡош-ҡорт... Барыһына ла ваҡы­тында эшкәртеү үткәрергә кәрәк. Донжу ҡушаматлы бик шәп айғырым бар ине. Шуны егеп эшкә йөрөйөм. Кеше аҡылы бар ине хайуанда. Ҡышҡы айҙарҙа тайып йығылһам, туҡтап тороп, көтөп торор ине. Үҙе ауыр, үҙе рәхәт замандар булған... — тип ғүмер иҫтәлектәрен хәтергә төшөрҙө Филүзә Сафый ҡыҙы.

1967 йылда Зариповтарҙың ҡыҙҙары Гөлназ, аҙаҡ улдары Марс донъяға килә. Уларҙы бағыу күберәк бер ауылда йәшәгән ҡәйнәһе Шәмсетап иңенә төшә. Ҡыҙы Гөлназға өс ай тулыуға әсәне эшкә саҡыралар. Төнгө мәлдәрҙә малдарға ветеринар ярҙамы талап ителгән осраҡтар йышая.

Егерме йыл дауамында Штәнде, Тушҡыр ветеринария участкаларында ветеринария фельдшеры, һуңынан мөдир булып эшләй Филүзә Сафый ҡыҙы. Тармаҡтағы үҙгәрештәрҙән һуң Тушҡыр участкаһында хеҙмәтен дауам итә, Түбән Һикеяҙ участкаһында ла табип-эпизоотолог була. Үҙ эшенең яуаплылығын аңлаған, тәрән белгән Зарипова кеүек көслө белгестәр тырыш­лығы менән йоғошло ауырыуҙар буйынса тотороҡло именлек һаҡлап ҡалына. Алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн ветеринария хеҙмәте тарафынан төрлө дауалау-иҫкәртеү, санитария саралары үткәрелә, йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау маҡсатында, йорттан-йортҡа йөрөп, аңлатыуҙар алып барыла. Ты­рышлығы эҙһеҙ ҡалмай. Ул — Рәсәй Федерация­һының хеҙмәт ветераны, уның тураһында мәғлүмәт “Башҡортос­тандың алдынғы ветеринарҙары” китабына ингән.

— Тормош иптәшемдән уңдым. Ғүмере буйы яуаплы вазифаларҙа эшләне, “Дуҫлыҡ”, “Урал”, “Таң” колхоздарында рәйес булды. Уның менән үткән ғүмеремдең бер генә көнөнә лә үкенмәйем. Хөрмәт ҡаҙанған, дәрәжәле кеше булыуын үҙемә лә, балаларға ла терәк, ҙур таяныс тип ҡабул иттем. 1986 йылғы үҙгәреш­тәрҙән һуң “Урал”да ветеринария табибы, “Заря”ла зоотехник, ветеринар булып эшләнем. “Заря”ла 100 һыйыр иҫәбенә 107 быҙау алдыҡ. Был — ҙур күрһәткес. Һөт етештереүҙә гел алдынғы булдыҡ. Беҙ эштән киткәндә 130 баш тана, 190 баш һауын һыйыры аҫрала ине хужалыҡта. Был байлыҡтар оҙаҡҡа барманы, таралды, шуныһына йөрәк әрней... — ти ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә бар белемен, тәжрибәһен һалған ханым.

Геройҙарымдың йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, беҙҙең әңгәмәне тыныс ҡына тыңлап ултырған тормош иптәшенә һорауымды бирәм:
— Филүзә апайҙың ниндәй сифаттары иғтибарығыҙҙы үҙенә йәлеп итте, Роберт Тәлғәт улы?

— Тәүҙә яҡташ булыуын яҡын иттем. Һөйләшеп, аралашып киттек. Ул йәштән бик үткер ине. Әйтһә, эшләмәй ҡалмай. Ҡыйыулығына өҫтәп, ҡатын-ҡыҙға хас мөләйемлеге лә бар. Ир кеше өсөн бик ҡиммәт сифаттар, минеңсә...

Бер-береһенең ҡәҙерен белеп, балалары, ейәндәре өсөн йән тыныс­лығында ғүмер кисерә Зариповтар. Педагог ҡыҙҙары Гөлназ ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәй. Үҙе өләсәй хәҙер. Улдары Марс — район эске эштәр бүлегендә тыл хеҙмәте буйынса начальник урынбаҫары. Ул да олатай. Тормош иптәше Гөлназ Фәрит ҡыҙы менән ейәндәре Дауытты һөйөп туя алмайҙар.

Өлкән Зариповтар бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй. Ауылдағы элекке фельдшерлыҡ пункты бинаһын мәсет итеп үҙгәрткәс, тынғыһыҙ Роберт Тәлғәт улы ауылдаштары менән уны ремонтлау, төҙөкләндереү эшенә тотонған. Нигеҙен нығытып, тышын йөҙләп, өр-яңы тәҙрәләр ҡуйғандар, әле эске яғын ремонтлайҙар. Имам Әмил Шәйҙуллов аҙна һайын балтастарҙы йома намаҙ­ҙарына йыя. Мөғәллимә Гөлнара Рәхмә­тиева ҡатын-ҡыҙҙарға дин һабаҡтары нигеҙҙәрен өйрәткән.

— Оло йәшкә етеп, балаларға ҡы­йынлыҡ һалмай, үҙ донъябыҙҙы үҙебеҙ алып барабыҙ. Быға нисек шөкөр итмәйһең? Балаларыбыҙ аҡыллы булды. Ейәндәребеҙ ҙә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Иҫән-һау булһындар, шат­лыҡ­тарын ғына ишетеп йәшәргә яҙһын алдағы ғүмерҙә лә! — тигән теләктә Филүзә Сафый ҡыҙы.


Вернуться назад