Ауылым – Юлдаш, Эскән һыуым – Туҡ26.10.2018


Ырымбурҙа беҙгә өлгө булырҙай башҡорттар йәшәй.

Шул тиклем дә балаларҙы тәрән аңлап, яратып яҙған шағирҙар һирәк ул. Сөләймән Муллабаев – тап ана шундайҙарҙың береһе. Беҙ аяҡ баҫҡан Ырымбур өлкәһенең Иҫке Юлдаш ауылында тыуған яҙыусы ғүмере буйы балалар өсөн ижад иткән, бәләкәстәр донъяһына тоғро ҡалған. Заманында тыуған ауылында мәктәп асылыу уңайынан ҡыуанып, ул “Йәншишмә” гәзитендә түбәндәге юлдарҙы баҫтырған.

Балалар милли рухта тәрбиәләнә

“1 сентябрҙә беҙҙең Иҫке Юлдаш ауылында яңы мәктәп асыла. Ошо көндә Красногвардейский районы башҡорттарының бәләкәй ҡоролтайы ла үткәрелә.

Шатлығымды шиғыр юлдарына һалып, Башҡортостанда йәшәгән милләт­тәш­тәребеҙ менән дә уртаҡлашырға булдым:
Бөгөн беҙҙең күңелебеҙ
Һөйөнөс менән тулы.
Ҙур ҡыуаныс алып килде
Быйылғы уҡыу йылы.
Шатлыҡ хисе көҙ кергәндә
Тулышып артты күпкә.
Баштарыбыҙ, әйтерһең дә,
Тейгән шикелле күккә.
Белем көнө – оло байрам,
Асылды яңы мәктәп.
Буҫағаһынан уҙабыҙ,
Төҙөүселәрҙе маҡтап.
Ике ҡатлы ап-аҡ бина
Мөһабәт ҡалҡып тора.
Ауылыбыҙға йәм биреп,
Нурланып, балҡып тора.
Бүлмәләре яҡты, иркен,
Һәйбәт спорт залы бар.
Белем йорто – умарталай,
Беҙ, бал ҡорто – балалар.
Яңы мәктәп тылсымлылыр,
Киң асылған ишеге.
Донъя серен асыр беҙгә
Был аң-белем бишеге”.

Уның ошо шиғыр юлдарын да иҫкә ала барҙы Ырымбур өлкәһенең Иҫке Юлдаш ауылы юбилейына юлланған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ебәрелгән делегация вәкилдәре.


Иҫке Юлдаш ауылы мәктәбенең тарихы әүәлге замандарға барып тоташа, бында революцияға тиклем дә мәҙрәсәлә, мәктәптәрҙә белем алғандар. Уның совет осоронда рәсми рәүештә асылыуы теркәлеп, 1918 йылда үҙ ишектәрен асты, тип яҙылһа ла, алда әйткәнемсә, ауылда белем биреү быға тиклем дә барған. Заманында Иҫке Юлдаштың белем усағы районда берҙән-бер башҡорт мәктәбе булған. Тәүге мөдире – Разия Туҡаева, тип теркәлгән тарихи яҙмаларҙа.

1924 йылда мәктәпте ете йыллыҡ итеп үҙгәртәләр. Ислам Ҡунафин унда математика, рәсем дәрестәрен бирә. Бала­ларҙы йырларға, һүрәт төшөрөргә өйрәтә үҙе лә асылы менән музыкант булған уҡытыусы. Н. Иванов – тәбиғи фәндәрҙән, А. Иванова урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Башҡорт теленә айырым иғтибар бүленгән, балалар туған телен өйрәнеп үҫкән. Ете йыллыҡҡа әйләнде­релгәс, Иҫке Юлдашҡа Туҡай, Булат, Яйыҡ, Ибрай, Яңы Юлдаш, Урта Ильяс һәм башҡа ауылдарҙан килеп уҡый баш­лайҙар. Һәр башҡорт ауылындағы һымаҡ уҡ, ул заманда бында ла кластар “а”, “б”, “в” төркөмдәренә тиклем барып етә.


Райондың был мәктәбенең абруйы шул тиклем ҙур була, бында Александровка, Новосергиевка райондарынан да килеп уҡыйҙар. Ә инде башҡорт әҙәбиәтенә биргән шәхестәрҙе телгә алһаң, Ырымбур еренең ҡеүәте шунда уҡ күҙ алдына баҫа. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында бында Сәғит Агиш белем алған. Сығышы менән ул Александровка районының Иҫәнгилде ауылынан.

Һәр дәүер мәктәптең асылына үҙенең йоғонтоһон яһаған. Мәҫәлән, 1930–1932 йылдарҙа уға Ҡәлим Сыуашаев етәкселек иткән. Ул колхоз йәштәре мәктәбе тип үҙ­гәр­телгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡытыусыларҙың бөтәһе лә яуға киткән һәм араларында һәләк булғандары ла етерлек: Рамаҙан Аҙнабаев, Мөхәммәт Ильясов, Закир Райманов, Байназар Салдеев, Ҡәлим Сыуашаев, Тимерйәр Сыуашаев, Кәрим Юлышев, Хөсәйен Юлышев, Мөхәррәм Яҡшембәтов. Уларҙың исеме Красногвардейский районының Хәтер китабына индерелгән.

Үткәндәрҙе иҫкә алыу менән башланып китте лә инде Иҫке Юлдаш ауылындағы мәктәптең 100 йыллығына арналған саралар. Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Николай Валентинович Чернышев, байрамға йыйылған халыҡты тәбрик­ләп, был мәктәп уҡытыусыларының һәр заман балаларға яҡшы белем биреүен, мәғарифҡа ҡаһармандарса хеҙмәт итеү­ҙәрен билдәләне. Әле лә дөйөм күрһәт­кестәр буйынса белем усағы икенсе урында тора. Юбилей менән ҡотлап, хакимиәт башлығы 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Ырымбур өлкәһенең алтынсы саҡы­рылыш депутаты, аграр-сәнәғәт комплексы комитеты рәйесе Александр Жарков бүләге менән ауыл халҡын ғына түгел, беҙҙе лә ҡыуандырҙы. Ул мәктәптең элекке фотоһын тергеҙеп, шунан ҙурайтып, картина эшләп алып килгәйне.

Шулай уҡ алтынсы саҡырылыш депутаты Андрей Рейзлерҙың телмәрендә башҡорт халҡына ҡарата яҡты фекер ярылып ята ине: “Был ауыл башҡаларынан айырылып тора, сөнки уның боронғо тарихы бар. Бында йолалар тотола, бында өлкәндәргә ихтирам ҙур!”– тине ул. Бына бит халҡыбыҙ вәкилдәре республиканан ситтә йәшәһә лә, үҙенең асылын, традицияларҙы һаҡлап, төрлө милләт вәкилдәрендә һоҡланыу тойғоһо уята. Ғөмүмән, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар беҙгә һәр яҡлап өлгө булып торорлоҡ! Сәфәрҙәр барышында был фекергә беренсе тапҡыр ғына килмәйем.

Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм губернаторы аппаратының эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков, мәғлүмәттәрҙе телгә алып, төбәктә 126 милләт йәшәүен һәм башҡорттарҙың улар араһында үҙ төҫө, йөҙө булыуын билдәләне. Фольклор төркөмдәре, ижади түңәрәктәр, ансамблдәр эшмәкәрлеге аша халыҡ үҙенең ижади ҡеүәтен асып, боронғо йолаларҙы тергеҙеп, телде лә, рухиәтте лә һаҡлап килә, тине ул. Мәғариф бүлеге начальнигы Елена Гончарова, мәктәпте уңыштары, бигерәк тә талантлы балалар­ҙың ҡаҙаныштары менән ҡотлап, компьютер бүләк итте.

– Бөгөн мәктәбебеҙҙә 35 бала белем ала. Әлбиттә, уҙған йылдар менән сағыш­тырғанда, был аҙ, әммә беҙ һәр саҡ баш­ҡорт балаларын милли рухта тәрбиә­ләйәсәкбеҙ! – тине мәктәп директоры Рәшит Алтынбаев үҙенең сығышында.


Тарих – мәктәптең нигеҙе

Һуғыш осоронда Иҫке Юлдаш мәктә­бенең директоры Мәжит Муллабаев булған. Сөләймән Муллабаевтың атаһы ул. Бик ҡатмарлы һәм ауыр йылдарҙа уҡытыусылар мәктәпкә үҙҙәре утын әҙерләгән, дәрес­лектәр, дәфтәрҙәр, яҙырға ҡара етешмәгән, әммә сараһын табып, улар үҙҙәренең иң мөҡәддәс һөнәр эйәһе икәнен аңлап, балаларға ныҡлы белем биреү өсөн бар көсөн һалған. Ысынлап та, бөгөнгө күҙлектән үткәндәргә әйләнеп ҡараһаң да, совет мәктәбенең көсө, ҡеүәте ни тиклем ҙур булыуын аңлайһың.

Әйткәндәй, Ырымбур өлкәһендә бөгөн дә китаптар, башҡортса дәреслектәр етешмәй. Хөрмәтле милләттәштәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы улар өсөн махсус рәүештә китап йыйыу ойошторҙо, ошо сараға әүҙем ҡушылайыҡ.

Һуғыш осороноң ни тиклем ҡатмарлы булыуын шунда ла күрергә була: байтаҡ уҡыусылар мәктәпте тамамлау менән яуға киткән. Йәш кенә егеттәрҙең, ҡыҙҙар­ҙың көсө, һәр кемдең рухи ҡеүәте, күңел ынтылышы менән яуланған бит ул Еңеү көнө. Муллахан Муллабаев та һуғышҡа йәш кенә көйө юллана. Яуҙан ул II, III дә­рә­жә Дан, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары кавалеры булып ҡайта. Зәки Муллабаев “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Мәктәптән һуғышҡа киткәндәрҙең был тулы исемлеге лә түгел әле.

1947 йылда мәктәп урта белем биреү усағына әйләнә. Фронтовик-уҡытыусы Хәким Аҙнабаев бының өсөн күп көс һала: үҙе 1938 –1941, 1946 –1954 йылдарҙа ошонда уҡытҡан да. Мәктәптә дөйөм урта белем бирә башлағас, уҡыусылар ышаныслы рәүештә имтихандарҙы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.

Һуғыштан һуң мәктәпкә йәш уҡытыусы­лар килә һәм элекке традицияларҙы дауам итә: Мәғфүрә Аҙнабаева, Мөбәрәк Кучаев, Абдрахман Ишҡаев, Ҡәнифә Ишҡаева, Харрас Муллабаев, Андрей Гейде, Екатерина Гейде, Рәҡиә Аҙнабаева, Асия Сәхипова балаларға белем биреү эшен тағы ла йәнләндереп ебәрә.

50-се йылдарҙа мәктәпкә йүнәлтмә буйынса килгән яңы уҡытыусылар өҫтәлә. Фәйрүзә Баязитова, Нәзирә Дүсәева, Әминә Ишҡолова, Ләлә Ҡурматова, Вәҙиғә Мәүлитова, Зинаида Наумоваға бында уҡып сыҡҡан балалар шулай уҡ ҙур рәхмәтен белдерә, сөнки уларҙы ысын мәғәнәһендә белем биргән, үҙ фәне өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай уҡытыусылар уҡыта. Совет власы урынлашҡандан һуң, мәктәпте Разия Туҡаева, Абдулхаҡ Ғүмәров, Ҡәлим Сыуашаев, Шәрәф Һөйөндөков, Хәким Аҙнабаев, Мәжит Муллабаев, Садыҡ Юлтыев, Әбүзәр Юлдашев, Мәғмүрә Юлтыева, Рәфил Ильясов, Әминә Ишҡолова, Сөләймән Муллабаев, Зинаида Муллабаева, Нәжиә Яйыҡова, Рәйлә Салдеева, Нурия Муллабаева етәкләй. Бөгөнгө директор – Рәшит Алтынбаев.

Алда һанап үткән етәкселәрҙең һәр береһен сығыш яһаусылар маҡтап, ҙурлап телгә алды. Уларҙың күбеһе бөгөн беҙҙең арала юҡ, әммә башҡарған эштәре мәктәптең бөгөн дә һаҡланып, туған тел, милләт асылы мөхите булып ҡалыуында күренә. Элекке директор Рәйлә Салдеева – мәктәп тарихын ныҡлап өйрәнгән кеше. Мәҡәләгә мәғлүмәттәрҙе лә унан алдыҡ. Ул – бар асылы менән уҡытыусы, ошо мәғариф донъяһы өсөн бар ғүмерен йәлләмәй хеҙмәт иткән шәхес.

Әйткәндәй, уҡытыусылар араһында “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр ҙә бар: Хәким Аҙнабаев, Бәшир Ишҡолов, Харрас Муллабаев, Мәғфүрә Аҙнабаева.

Рәйлә Салдеева халыҡ алдына ла сығыш әҙерләгәйне. Ул: “Ошондай байрам көнөндә педагогия хеҙмәте ветерандарын телгә алып китеү бик сауаплы эш булыр. Улар – балалар белем алһын, ябай көндәр ҙә байрамға әйләнһен өсөн бар күңелен һалған кешеләр. Сөләймән Миңғужа улын, Сәлих Йосоп улын, Вил Шәмғүн улын, Ҡәнифә Абдрахман ҡыҙын һәр беребеҙ яҡшы белә, рәхмәт әйтеп иҫкә ала”, – тине.

Йылдар үтеү менән төбәктә ыңғай үҙгәрештәр ҙә күбәйгән. Яңы мәктәптәр һалынған. Плешанда, Луговскаяла яңы­лары ҡалҡып сыҡҡас, Иҫке Юлдаш мәктәбе 1963 йылда яңынан һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерелә.

Балалар яҙыусыһы Сөләймән Муллабаев шатланып шиғыр яҙған яңы мәктәп 1996 йылда асыла. Ике ҡатлы был бина ауылдың йәменә әүерелә. Унда спорт залы, ҙур яҡты кластар, тантаналар залы, ашхана, оҫтахана урынлаша. Бынан тыш, теплица, мәктәп яны биләмәһе, спорт майҙансығы, әҙәби һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Музейҙа бик бай мәғлүмәт тупланған, яҙыусылар хаҡында ғына түгел, ә төбәктең алдынғы шәхестәре, ошо ерлектә табылған боронғо әйберҙәр бар.

100 йыл эсендә был мәктәпте ике меңдән ашыу бала тамамлаған. Данлап телгә алырлыҡ, ғорурланырлыҡ шәхестәр етерлек бында. Мәшһүр сәсән Мөхәмәтша Буранғолов, алда телгә алған Сәғит Агиш, Сөләймән Муллабаев, ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Рим Әбдрәшитов, Азат Сәлихов, ғалим-физик Рауил Дүсәев, “Ырғыҙ” гәзитенең баш мөхәррире Сәлимә Игенбәтова...

Ауыл хужалығында үҙ көсөн түккәндәр ҙә етерлек бында: Йөҙлөбикә Аҙнабаева – Хеҙмәт Даны ордены, Әүхәҙи Тимеров – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә Яхъя Аҙнабаев, Рәшит Аҙнабаев, Нурулла Муллабаев, Гөлйемеш Салдеева лайыҡ булған. Булған бит заманалар, колхозсының эшен күрә белгәндәр! Бөгөн ауыл хужалығы тармағы үҙенә яңыса, заманса ҡараш талап итә. Ырыу менән йәшәп өйрәнгән башҡорт өсөн колхозлашыу осоро ниндәйҙер кимәлдә йолаһына тоғролоҡто һаҡларға ла ярҙам иткән бит.

Иҫке Юлдаш мәктәбе шулай уҡ район хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Гөлйыһан Дүсәева, Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе хеҙмәткәре Мәрүәр Аҙнабаева, Өфө ҡалаһы хакимиә­тендә эшләгән Зөлфиә Басирова, “Нур” йәмғиәте етәксеһе Ғәфиәтулла Дүсәев, юға­ры категориялы тәрбиәсе Зөһрә Аҙнабаева, осоусы Зөфәр Ҡәйепов, педиатр Хөббиямал Аҙнабаева, “Иҫке Юлдаш” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Фәйзрах­ман Аҙнабаев һәм башҡа хеҙмәт алдынғыларының эшмәкәрлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Мәктәптә йәнә лә “Почетлы сығарылыш уҡыусыһы” тигән маҡтаулы исем дә бар. Уға С. Муллабаев, Р. Әбдрәшитов лайыҡ булған. Улар был донъяла булмаһа ла, төбәктә шәхестәр хаҡында яҡты хәтер һаҡлау йолаһы йәшәй. “Почетлы сыға­рылыш уҡыусыһы” исеме педагогия хеҙмәте ветераны Вил Муллабаевҡа, Мәғмүрә Аҙнабаеваға ла бирелгән.

Мәктәптә бер нисә быуын уҡытыусылар династияһы ла эшләй. Был алда һанап кителгән фамилиялар аша ла күренеп тора. Бөгөн иһә Римма Тимерова, Роза Юлушева, Флүзә Юлышева, Лидия Тимерова, Юлиә Юлышева, Юлия Ильясова, Луиза Ҡасҡы­нова, Кәрим Аҙнабаев балаларға белем бирә.

Уҡытыусыларҙың уңышы хаҡында уҡыусылары һөйләп тора. Луиза Ҡасҡы­нованың тәрбиәләнеүселәре Рәсилә менән Регина Муллабаевалар төбәк-ара башҡорт теле олимпиадаларында призлы урындар яулаған. Афарин, ҡыҙҙар! Афарин, уҡы­тыусы! Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү алымдары буйынса беҙгә әллә бүтән төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙан барып фәһем алырғамы икән?!

Мәктәптә егерме йылдан ашыу эшләгән уҡытыусылар Нурзиә Мостафина, Рания Йомаҡаева, Нурия Муллабаева, Шәүҡәт Аҙнабаев, Гөлдәр Муллабаева, Зөһрә Муллабаева, Илмир Муллабаев – уҡыусыларға яҡшы белем биреү өсөн тырышҡан педагогтар.


“Балалар – беҙҙең өсөн бөтәһе лә!”

Элегерәк “Балалар – беҙҙең киләсәк!” тигән лозунгтар эленә торғайны мәктәптәрҙә. Ә Иҫке Юлдашта был фекерҙе бер аҙ үҙгәртеп, “Балалар – беҙҙең өсөн бөтәһе лә!” тиҙәр. Ә бит, ысынлап та, шулай. Әлбиттә, иң күҙгә ташланғаны – ул балаларҙың матурлығы, күҙҙәренең нуры. Уларҙы әле электрон технологиялар йотмаған, ҡараштарында ышаныс, өмөт бар. Был мәктәптә уҡығандар тырышып белем алыу менән бергә йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр, һүрәт төшөрәләр. Улар араһында район, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре бар. Нәфисә Ишҡолова, Лилиә Гәрәева, Рәсилә Муллабаева, Регина Муллабаева, Айгөл Салдеева, Азамат Исламов – тап ана шул конкурстар лауреаттары. Улар “Патриоттар үҫтерәбеҙ!” тигән өлкә ярышында үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеп еңеү яулаған.

Азамат Исламов туған телдәр буйынса төбәк-ара олимпиадала ла призлы урынға лайыҡ булған. Рөстәм Дүсәев – самбо буйынса бер нисә тапҡыр өлкә, Рәсәй ярыштары еңеүсеһе. Азат Юлышев – Рәсәйҙең суднолар эшләү спорты буйынса чемпионат дипломанты, Резеда Тимерова – райондың тарих буйынса олимпиадаһы һәм бер нисә тапҡыр тасуири һөйләү конкурсы призеры.


Тетрәндергес күренештәр

Башҡортостан делегацияһын тарихсы, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡорт халҡы тарихы комис­сияһы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев етәкләне. Ул Иҫке Юлдаш мәктәбенә бүләккә китаптар, дәреслектәр тапшырҙы. Тик былар ғына етерлек түгел әле, шуға күрә ҡайтанан әсбаптар ебәрһәк тә, насар булмаҫ. Телевидение журналисы, яҙыусы Сәрүәр Сурина, мәктәпте ҡотлап, Мәйсәрә Кучаева менән Гөлназ Гәрәеваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әйткәндәй, Гөлназ апай – Сөләймән Муллабаевтың ҡыҙы. Нәҫелдәренең ҡотло эшмәкәрлеген хәҙер ул дауам итә. Ул атаһының шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Радио журналисы, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, улар хаҡында Башҡортостанда тапшырыу әҙерләйәсәге тураһында һөйләне.

Тарихсы Закирйән Әминев төбәк башҡорттары тарихы менән таныштырһа, ғалим, уҡытыусы Фәнзил Санъяров был яҡтарҙа йәшәгән башҡорттоң Табын ырыуы хаҡында бәйән итте. Журналист Рәйлә Ғәлиева халыҡты Башҡортостан баҫма­ларына яҙылырға саҡырҙы. Үҙешмәкәр композитор Фәниә Дауытова ауыл халҡына үҙе ижад иткән йырҙарҙы бүләк итте.

Байрамға йыйылған халыҡты мәктәп уҡыусылары ла ҡотланы: Эльвина Тимерова оҫта итеп бейене, Сабина Аҙнабаева менән Розалия Аҙнабаева “Айҙар ғынайым” йырын башҡарҙы.

Резеда Тимерова, Илнур Юлтыев, Алина Муллабаева М. Буранғоловтың, Д. Юлтый­ҙың, С. Муллабаевтың әҫәрҙәренән өҙөк уҡыны. Бик тетрәндергес булды был күренеш. Был заман балаларының теле менән саф башҡортса бөйөктәрҙең һүҙе етә халыҡҡа! Талантлы балаларҙың сығы­шына өҫтәп ни әйтеп була?.. Йәшәһен Башҡортостан, йәшәһен тарихи Башҡорт­остан халҡы, башҡорт милләте!



Вернуться назад